Фидан фатирҙы ҡарап сыға. Зифа Рәшиҙәнең күлдәген кейеп ала.
Фидан: Ысынлап та, фатирҙа беҙҙән башҡа бер кем дә юҡ. (Зифаны күреп тертләп китә).
Зифа: Нимә?
Фидан: Ҡатыным баҫып тора икән тим алдымда. (Шарҡылдап көлөргә керешә).
Зифа: Ниңә көләһең?
Фидан: Минең Рәшиҙәгә оҡшап тораһың был күлдәктә. (Етди ҡиәфәт алып) Былай эш бармай. Давай, берәй кейем табыш миңә.
Зифа: Ҡайҙан табайым?
Фидан: Уйла ни эшләргә, уйла. (Серванттан асҡысты алып, шифьонерҙы асып, кейем ҡараштырғылай).
Зифа: Унда һиңә яраҡлы кейем юҡ.
Пауза.
Фидан: Күлдәкте сис давай.
Зифа: Нимә, ҡатыныңдың күлдәген ҡыҙғанаһыңмы әллә?
Фидан: Сис, давай, сис. Үҙем кейәм мин уны.
Зифа: Ә мин нимә кейәм?
Фидан: Ана, ҡыҙыңдың әйберҙәрен.
Зифа: Улар миңә тығыҙ.
Фидан: Ә миңә бөтөләй һыймай. Давай, сис.
Зифа: (Теләр-теләмәҫ) Ну, мә һуң.
Фидан: (Рәшиҙнең күлдәген кейә) Миңә Рәшиҙәнең сменаһы бөтмәҫ борон өйгә ҡайтып ҡалырға кәрәк.
Зифа: Ә совещание?
Фидан: Суҡынып китһен.
Зифа: Перәме ошолай ҡайтаңмы?
Фидан: Перәме ошолай. Ә юҡ, яулыҡ бир. Ҡатын тип уйлаһындар.
Зифа: Улай булғас, иренеңде лә буя.
Фидан: Бир. Миңә подъездан сығып, машинаға ултырғансы ғына. Машинанамдың лобовойы ла, боковой тәҙрәләре лә ҡара.
Зифа Фиданға ҡарап тора ла, шарҡылдап көлөргә керешә
Һиңә көлкө.
Зифа: Килешә, ҡәҙерлем, килешә.
Фидан: Ярай, мин тайҙым.
Зифа: Мин был енле фатирҙа яңғыҙ ҡалырға ҡурҡам. Көтөп тор, бергә сығайыҡ (Шифьонерҙағы бер тығыҙ күлдәкте кейеп ала).
Бер килке ҡултыҡлашып көҙгөгә ҡарап торалар.
Зифа: Ой, ҡайһылай килештерҙек. Әйҙә, хәҙер һине бер кем танымаясаҡ.
Сығалар.
VI күренеш
Рәшиҙәнең фатиры. Һаҡ ҡына аҙымдар менән Фидан килеп инә.
Фидан: (Көҙгөгә ҡарап еңенә ирененең помадаһын һөртә) Әҙәм ыстырамы! (Вешалкала элеүле торған Зифаның күлдәген күреп ҡала). Атаҡ, әллә былар һөйләшеп ҡуйғандар? Бер нимә лә аңламайым. (Аяҡ тауыштары ишетелә. Вешалкалағы күлдәкте алып, йомарлап карауат аҫтына ташлай).
Рәшиҙә инә.
Рәшиҙә: (Аптырап) Фидан!? Һинме?! Нимә ҡыланыуың был? Кисә улыңдың костюмын кейеп алған инең. Бөгөн минең күлдәкте... Әллә башың киткән инде, бабаҡайым. (Фидандың пеләш башынан һыйпай) Ҡартайып киләң шул! Бер нисә йылдан пенсияға. Кешегә тиккә генә пенсия бирмәйҙәр шул. Әллә мине һағынып күлдәгемде кейеп алдыңмы? Һуңғы ваҡытта гел төнгө сменала эшләйем. Төштән һуң ғына ҡайтам. Ҡатын тәрбиәһе күрмәһә, ирҙәрҙең рәте китә шул.
Фидан: Рәшиҙә, мөмкинме, мин бүлмәгә инеп ятып торам.
Рәшиҙә: Бар, бар. һиңә күберәк ял итергә кәрәк. Түлкә күлдәгемде сис.
Фидан: (Онотолоп) Ә, эйе. (Бүлмәгә йүнәлә. Туҡтап) Рәшиҙә, Ришат һуңғы ваҡытта нимәләр менән була? Ҡайҙарҙа йөрөй икән?
Рәшиҙә: Ул ни курс эше менән мәж килә ине. Ниңә?
Фидан: Ярай, былай ғына (Бүлмәгә инә).
Рәшиҙә сыға.
VII күренеш
Гөлсөм йәшәгән фатир. Гөлсөм креслола тырнағы менән булашып ултыра. Ишектә звонок. Гөлсөм ишекте аса. Ришат торт менән инә.
Ришат: Сәләм!
Гөлсөм: Сәләм! Шунан, курс эшеңде яҡланыңмы?
Ришат: “Бишле”гә!
Гөлсөм: О, ҡотлайым! Фу, сис, кейемдәреңде стиркаға ташлайым.
Ришат: Эйе, тағы...
Гөлсөм: Ҡурҡма, машинаны йүнәтеп киттеләр ул. Мин һиңә теге көндө футболка менән трико алғайным. Мә, кейеп ал.
Ришат: Рәхмәт!
Гөлсөм: Онотма, һин миңә бер күлдәк должен.
Ришат салбары менән күлдәген сисә. Яңы кейемдәрҙе кейә. Гөлсөм әйберҙәрҙе кер йыуғысҡа һалып, йыуырға ҡуя.
Гөлсөм: Шифьонерҙың йоҙағын алыштырғанһың түгелме?
Ришат: Эйе.
Гөлсөм: Рәхмәт! Элекке йоҙағы насар эшләй ине.
Кер йыуғыс машинаһы сәйер тауыш сығара.
Ришат: Гөлсөм, һин ысынлап йүнәттеңме машинаны?
Гөлсөм: Эйе, нисек эшләгәнен тикшереп ҡарарға һинең кейемдәреңде көтә инем.
Ришат: (Тертләп) Һин улай шаяртмалы. Тағы әсәйең килеп сыҡһа. Машинала ниндәй ир әйберҙәре ята тип аптырар.
Гөлсөм: Һуңғы ваҡытта ул килмәй башланы. Ҡаланан ялҡҡан ахыры. Һыйырым быҙауларға тора, ти. Ришат, йәшенеп-боҫоп күпме йөрөргә була? Мин һине әсәйем менән таныштырғым килә. Һинең ата-әсәйең менән минең әсәйемде осраштырырбыҙ.
Ришат: О, ҡатмарлы һорау. Уйларға кәрәк. Улай ҡабалан ғына... (Йылмайып, һүҙҙе кирегә бороп) Һағындым. Кил әле яныма, кил (Гөлсөмдө иркәләй).
Гөлсөм: Ой, Ришат.
Ришат Гөлсөмдө күтәреп бүлмәгә инеп китә. Бүлмәлә көлөшкән тауыштар. Кер йыуғыс машинаһы шәберәк өйрөлә башлай.
Бөттө.