Фидан ваннанан сыға. Бүлмәнән Зифа сыға.

 

Зифа: Ҡәҙерлем, шулай ашығаһыңмы?

Фидан: Әйтәм бит совещание тип.

Зифа: Бөгөн Гөлсөм дә һуң ҡайта.

Фидан: Кейемем ҡайҙа ул?

Зифа: Тағы шаяртаһыңмы?

Фидан: Ул һин шаяртаһың. Мине ебәрмәҫ өсөн әллә нимәләр уйлап табаһың?

Зифа: Минең күлдәгем ҡайҙа?

Фидан: Зифаҡайым, бөгөн, исмаһам, шаярмасы? Совещаниеға һуңлайым бит. Ҡарале, был ниндәй балалар костюмы?

Зифа: Был ниндәй ҡыҙыҡайҙар күлдәге?

Фидан: Яңы квест уйлап сығарҙыңмы?

Зифа: Ҡәҙерлем, биллаһи әйтәм...

Фидан: (Кер йыуғыс машиныһын ҡарай) Бында ла юҡ. Улай булғас, фатирҙа ен бар инде.

Зифа: Әстәғәфирулла! Бисмилла! Бисмилла! Тфү! Тфү! Фидан, әллә Хоҙай Тәғәлә үҙе беҙҙе иҫкәртә микән? Балалар кейеме. Гонаһ эш ҡылмаҫҡа, балалар кеүек таҙа булырға саҡырыуы түгел микән был Хоҙайҙың?

Фидан: Ни арала костюмым бәләкәсәйгән?

Зифа: Бала ғына сағымда ошоға оҡшаш күлдәгем була торған инем. Ә быныһы ниндәй күлдәк?

Фидан: Бәй, был бит Рәшиҙәнең күлдәгенә оҡшаған.

Зифа: Ниндәй Рәшиҙә?

Фидан: Минең закунный ҡатын.

Зифа: Тимәк, был все таки һинең шаярыуың.

Фидан: Нисек килеп сыҡҡан бында ул? Әллә ысынлап та, Хоҙай...

Зифа: Был фатирҙа ниндәйҙер ғәжәйеп көс барлығын кисә үк һиҙенгәйнем мин. Иҫеңдәме, әле генә ошонда йәшел папка ята ине, ҡайҙа булды тип аптырауыма һин ишеү көлөп ҡараның.

Фидан: Кисә кер йыуғыс машинаһында кейемдәремдең ятыуы ла һинең эшең түгелме әтеү?

Зифа: Юҡ, ҡәҙерлем, әлбиттә.