Фидан элеүле торған костюмын еҫкәп ҡарай. Ришат инә.

 

Ришат: (Бер ни булмағандай) Сәләм, атай!

Фидан: Сәләм, улым. (Шым ғына) Улым, беҙ ысынлап та костюмдарҙы бутағаныҡмы ул?

Ришат: (Бер ни булмағандай) Эй, чепуха, атай. Һиңә ошо ла килешеп тора.

 

Фидан бүлмәлә кейемдәрен алыштырып сыға.

 

Рәшиҙә: (Бүлмәнән сыға. Фиданға) Нимә аптырап тораһың? Әйҙә, “Окей”ға алып бармайһыңмы ни мине? Ҡасандан бирле көтәм.

Фидан: Әйҙә, һуң, әйҙә.

 

Фидан менән Рәшиҙә сыға. Ришат телефонда номер йыя.

Ришат: Алло! Гөлсөм! Алырға, телефоным һүнек булған шул. (Көлә) Ана, шулай йылғыр ул мин. Бер ниҙә һиҙмәгәндер? Ярай, һиҙмәгәс. Иртәгә осрашабыҙмы? Нимә? Тағы килә что ли? Төшкә тиклем килеп етәм тине? Ну, ярай, әсәйең ҡайтмайынса булмаҫ инде. Пока! (Үҙ-үҙенә) Үәт, ә! Эйәләшеп алды бит. (Уйланып тора) Әһә, былар тағы ла осрашырға уйлайҙар. Аҡылға ултыртам мин уларҙы. Оятһыҙҙар! (Сыға).

IV күренеш

 

Гөлсөм йәшәгән фатир. Ришат шифьонерҙың йоҙағын алыштырып йөрөй. Эшләп бөткәс, тикшереп ҡарай.

Ришат: Вәт, булды. (Барыһы ла үҙ урынындамы тип, фатирҙы ҡарарштырғылай. Ишек асылған тауыш ишетелә) Килеп тә еттеме ни? (Туфлийын, бер пакетты алып, шифьонерға инеп ултыра. Эстән бикләнә).

Зифа инә. Сумкаһын өҫтәлгә ҡуйып, креслоға йәйелеп ултыра. Тороп музыка ебәрә. Ишектә звонок. Зифа аса. Фидан инә.

 

Зифа: Берәү ҙә күрмәнеме?

Фидан: Тәүге һүҙе шул.

Зифа: (Фидандың яурынынан һыпыра) Ҡурҡам шул. Һин тип киләм дә етәм ҡалаға.

Фидан: Ҡалала бер кем берәүҙе лә күрмәй. Ә ауылда һәр аҙымыңды тикшереп кенә торалар.

Зифа: Былай ҙа күршем Әҡлимә ҡалаға йыш йөрөй башланың тип ҡалды бөгөн.

Фидан: Эй, һөйләмә шуларҙы. Һағындым бит үҙеңде. Кил әле, кил.

Зифа: Кисә генә бергә булдыҡ таһа? Олоғайған көндә... (Музыканың тауышын нығыраҡ ебәрә).

Фидан: Әллә өлкән ирҙең йөрәге юҡ тип беләһеңме? Кил әле, кил. (Зифаны сисендерә. Үҙе лә сисенә. Кейемдәрҙе креслоға һала).

Зифа: Ҡайҙа, юрған алайым (Шифьонерҙы асмаҡсы була) Бикле. (Серванттан асҡыс эҙләп таба) Бәтәс, нишләп асҡысы ярамай ул?

Фидан: Ярай, алтыным, нимәгә һиңә юрған? Ваҡыт сикле. Минең бөгөн совещание. Кил инде, кил. (Зифаның ҡулынан асҡысты алып, сервантҡа һала. Зифаны күтәреп бүлмәгә алып инә).

Зифа: Ҡәҙерлем.

Фидан: Алтыным.

 

Бүлмәлә көлөшкән тауыштар ишетелә. Ришат шифьонерҙан сыға. Пакеттан бәләкәй малайҙар костюмы менән бәләкәй ҡыҙҙар күлдәге сығарып креслоға һала. Оло ҡатындар күлдәге ҡалдыра. Фидан менән Зифаның әйберҙәрен пакетына һалып ала. Шифьонерҙы бикләй ҙә, асҡысын сервантҡа һалып ҡуя. Элекке асҡысты кеҫәһенә һалып ала. Сыға.

V күренеш