Рәшиҙәнең фатиры. Ришат ҡайтып инә. Бүлмәнән Рәшиҙә сыға.

 

Рәшиҙә: Улым!?

Ришат: Һаумы, әсәй! Ниңә миңә аптырап ҡарайһың?

Рәшиҙә: Нишләп атайыңдың костюмын кейеп алғанһың ул?

Ришат: Атайымдыҡы?!

Рәшиҙә: Атайыңдыҡы. (Кейемде тотоп ҡарай). Фу! Оло ҡатындарҙың духийының еҫе сыға үҙеңдән.

 

Ришат кейемен еҫкәп ҡарай.

 

Ҡыҙҙарҙың ниндәйлеге духиҙарынан һиҙелеп тора. Бер ҙә йүнле ҡыҙ менән йөрөгәнгә оҡшамағанһың. (Ҡулындағы папкаһына ҡарап) Курс эшен яҙып бөттөңмө?

Ришат: Ой, әсәй, эше күп әле.

Рәшиҙә: Ғилми эш өҫтөндә алһыҙ-ялһыҙ эшләп, хыялыйға әйләнеп бөткәнһең. Атайыңдың костюмын кейегәнеңде лә белмәйһең, хатта. Ял итеп ал, исмаһам. (Сыға).

Ришат: (Костюмды еҫкәп ҡарай. Үҙ-үҙенә) Атайым? Нужәли ул? Әйтәм, тауышы таныш һымаҡ ине. Әсәйемә хыянат итеп йөрөй микән ни? (Костюмды сисеп, вешалкаға элеп ҡуя. Үҙенең кейемдәрен кейеп ала. Сыға).

 

Фидан ҡайтып инә. Вешалкала элеүле торған костюмын күреп, аптырап китә. Оҙаҡ ҡына бер элеүле, бер өҫтөндәге костюмға ҡарап, сағыштырып тора. Рәшиҙә инә.

 

Рәшиҙә: Һе, быныһы ла алйып йөрөй.

Фидан: Ә, һаумы.

Рәшиҙә: Улының костюмын кейеп алған. Тығыҙ бит һиңә. Нишләп уны кейҙең? Тегенеһе атаһыныҡын һалдырып алған. Ой, бынау ирҙәрҙе. Бер көн өйҙә булмаһаң... Эй, ошо төнгө смена... Елеккә үтте. Киләле (Костюмды еҫкәп ҡарай).

Фидан: Нимә еҫкәнәң?

Рәшиҙә: Свежий икәнһең. Ана, беҙҙең теге йәш тәкә һаҫып йөрөй әтеү. (Бүлмәгә инә).