Фидан: (Тиҙ генә әйберҙәрен ала) Кәбе, ябылып ҡуймаһын кире. Кем белә был техниканы. Ҡара, былар бит минеке түгел.

Зифа: Тағы нимә уйлап сығарҙың?

Фидан: Ысынлап әйтәм, былар минең кейемдәрем түгел.

Зифа: Ай, әттәгенәһе! Тиҙҙән үҙеңде мин Фидан түгел тип әйтә башларһың әле.

Фидан: Ну, ярай, күлдәге ағарған икән, ти. Ә салбарҙа ҡыҙыл һыҙыҡтар барлыҡҡа килгән. Был – ысынлап та үҙенсәлекле кер йыуғыс машинаһы, ахыры.

Зифа: Үҙенең нимә кейеп килгәнен дә белмәй. Ана, бит, йыуып, таҙартып, хатта киптереп, үтекләп биргән. Нимәһе оҡшамай тағы?

Фидан: Оҡшай, барыһы ла оҡшай, Зифаҡайым. Һаташам, ахыры. (Кейенә).

Зифа: О, бына тигән! Үҙеңә килешеп кенә тора.

Фидан: Саҡ ҡына тығыҙыраҡ. (Пинжәктең кеҫәһенән призырватив килтереп сығара).Был нимә ул?

Зифа: Ой, ой! Уныһы нимәгә кәрәк инде һиңә? Йәш малайҙар кеүек...

Фидан: Быныһын да һин һалдыңмы?

Зифа: (Шаяртып) Эйе, мин, мин. Ярай, ҡыҙым ҡайта хәҙер.

Фидан: Рәхмәт, квесың оҡшаны.

Зифа: Всегда пажалуста. Әллә һин һаташаһың, әллә мин.

Фидан: Иртәгә осрашабыҙмы?

Зифа: Бөгөн кискә ауылға ҡайтам. Иртәгә ошо ваҡытта күрешербеҙ.

Фидан: Пока!

Зифа: Пока!

 

Фидан сыға.

 

Уф, быныһы арыу булыр тиһәм... Әллә бөтә ирҙәр ҙә былайыраҡ инде. (Бүлмәгә инеп китә).

Гөлсөм ҡайта. Ҡулында пакет. Кер йыуғыс машинаһының эсен ҡарай. Аптырап китә. Шифьонерҙы асып ҡарай.

Гөлсөм: (Үҙ-үҙенә) Сығып тайған бит был. Ә мин уға аҡса әрәм итеп кейем алып йөрөйөм. (Зифаға) Әсәй, һин йоҡлайһыңмы әллә?

Зифа: Серем итеп алғайным, ҡыҙым. Юлдан арығайным шул.

Гөлсөм: Ярай, ял ит, йоҡлап ал. (Креслоға барып ултыра) Ах, мин дә арыным бөгөн.

 

III күренеш