Фидан: (Шаяртып) Эйе шул, тоттом да һалдым бына йыуырға. (Ишеген тартып ҡарай) Асылмай.

Зифа: Ана шулай ишеге асылмай ыҙалата. Ҡайҙа, берәй инструмент юҡмы шунда.

Фидан: Нимә эшләргә әйтәң?

Зифа: Ишеген ҡайырып асабыҙ.

Фидан: Ишеген емереп, хужаһына түләүле булып ҡалырға теләйһеңме?

Зифа: Былай ҙа эшкинмәгән машинаһы өсөнмө? Ҡыҙым ҡайтып, беҙҙе бергә тап итһә, шунда булыр бына.

 

Ишетә звонок.

 

Гөлсөм ҡайтты. Йәшен! Йәшен, Фидан! Ана, шифьонерға ин.

 

Фидан шифьонерға инә. Зифа ишекте аса.

 

Гөлсөм: Сәләм, әсәй!

Зифа: (Бер ни булмағандай) Сәләм, ҡыҙым. (Постель йыйылмағанын иҫенә төшөрөп, бүлмәгә инә).

 

Гөлсөм кер йыуғыс машинаһын барып ҡарай. Ишекте тарта, асылмай. Шифьонер янына килә.

Гөлсөм: (Шыбырлап) Әй, һин, тереме унда? (Ишекте асырға әйтә. Эстән кире тарталар) Бында икәнһең. Ярай, ҡурҡма, шым ғына түҙеп ултырып тор. Хәҙер һиңә кейем алып киләм. (Серванттағы ҡумтанан аҡса ала) Әсәй, мин хәҙер киләм.

Зифа: (Бүлмәнән сығып) Ҡайҙа киттең, ҡыҙым?

Гөлсөм: Эшем бар ине.

Зифа: Оҙаҡҡамы?

Гөлсөм: Ну, ун биш минутҡа. (Сыға).

Зифа ишекте бикләп ҡала.

Зифа: Фидан, сыҡ! Гөлсөм сығып китте.

 

Фидан шифьонерҙан сыға.

 

Фидан: Зифа, ҡарале, ул минең шифьонерҙа ултырғанды белмәйме ул?

Зифа: Ҡайҙан белһен.

Фидан: Шым ғына ултырып тор. Хәҙер һиңә кейем алып киләм тип әйтте бит.

Зифа: Тағы нимә уйлап сығараһың? Тиҙ генә бул! Ишекте асып кейемдәреңде алырға ла, һинән ҡотолорға кәрәк. Совсем хыялыйға әйләнгәнһең бер аҙна эсендә.

Фидан: (Ишекте тарта) Ну, асыл! (Ишек асыла) Ох, ты!

Зифа: Әйтәм бит, уның шундай холҡо бар тип.