Кер йыуғыс машинаһы эшләй башлай.

II күренеш

Бүлмәлә көлөшкән тауыштар. Бүлмәнән Фидан сыға. Кейемдәрен эҙләй.

 

Фидан: Зифа, минең кейемдәрем ҡайҙа ул?

Зифа: (Бүлмәнән сыға) Креслола юҡмы ни?

Фидан: Юҡсы. (Фатир буйлап кейемдәрен эҙләй). Һин шаяртып йәшерҙеңме әллә?

Зифа: Ҡайһы арала? (Күлдәген кейә).

Фидан: Нимә эшләйбеҙ хәҙер?

Зифа: Ҡайҙа булырға мөмкин кейемдәрең? Бына һиңә ғәжәп. Оҙаҡламай ҡыҙым ҡайта.

Фидан: Ҡыҙың ҡайта?

Зифа: Һине ошо ҡиәфәттә күрһә, нимә уйлар ул?

Фидан: Балкондан һайыҫҡан осоп инеп, сәлдергән инде. (Машинала кейемдәр күреп ҡала) Эй, Зифаҡайым, ниндәй уңған ҡатын-ҡыҙ булғанһың һин! Ҡайһы арала йыуып өлгөргәнһең кейемдәремде.

Зифа: Үҙең һалманыңмы, Фидан?

Фидан: Йә, шаяртма? Һынап ҡарарға булдың инде мине. (Ирония менән) Ҡыҙым ҡайта, кейемһеҙ нимә эшләрһең. Ха-ха-ха!

Зифа: Юҡ, унда нисек барып эләккән костюмың?

Фидан: Ой, Зифаҡай, Зифаҡай! (Машина эсенә ҡарап) Йыуып та ҡуйған уже. (Кер йыуғыс машинаның ишеген асырға уйлай. Ишек асылмай) Атаҡ! Асылмай ҙа. Целый квест әҙерләп ҡуйғанһын һин миңә, матурым.

Зифа: Был кер йыуғыс машинаһы күптән эшләмәй ул. Ниңә һорамайынса әйберҙәреңде һалдың инде? Хәҙер ишеген нисек асабыҙ?