Фидан инә. Костюм кейгән.

Енле фатир

Ҡатнашалар:

Ришат

Фидан

Зифа

Рәшиҙә

Гөлсөм

(Комедия)

I күренеш

Фатир. Залға бүлмәнән Ришат килеп сыға. Трусиктә.

Ришат: Гөлсөм! Һин өйҙәме? Лекцияға киткән. Әпәт мине уятмаған.

(Креслола ятҡан костюмын еҫкәп ҡарай ҙа, кер йыуғыс машинаһына ташлай. Йыуырға ҡуя. Музыка ебәрә. Кофе яһап эсә. Өҫтәлдә ятҡан папканың биттәрен аҡтара. Музыкаға бейеп ала. Бер ваҡыт кер йыуғыс машинаһы эшләүҙән туҡтай). Был машинаға ни булды? (Машинала соҡсона. Төймәләренә баҫып ҡарай. Телефонда номер йыя). Алло! Гөлсөм! Кер йыуғыс машинаң эшләмәйме әллә? Ниңә уны алдан әйтмәнең? Хәҙер ни эшләйем инде? Ни ишеге асылмай. Ярты сәғәткә генә ҡуйғайным. Ярай. Пока! Һе, көтһәң эшләп китә, ти. Ҡасан эшләп китә ул? (Балконға сығып инә. Бүлмәгә инеп, урынды йыйыштырып сыға. Юрғанды залдағы шифьонерға тыға. Телефоны шылтырай) Эйе, Гөлсөм. Юҡ, әле эшләп китмәне. Ауылдан әсәйең килгән? Һуң, мин ҡайҙа китәйем? Кейемдәрем юҡ бит. (Машинаның ишеген тарта) Асылмай бит ана. Трусик менән сығып китәйеммени? (Трубканы һала. Шифьонерҙа кейем эҙләй) Тфү! Гел ҡатын-ҡыҙҙар әйбере. (Телефонда номер йыя) Алло! Һиндә берәй ирҙәр кейеме юҡмы ни? Һинекен? Эйе, кеше көлдөрөп. (Трубканы һала) Шулай ҙа бынауҙарын кейеп ҡарайым әле. (Ҡатын-ҡыҙҙар кейемдәрен алмашлап кейеп көҙгөгә ҡарай) Кит, кеше күрһә, көлөр. (Бер күлдәкте йыртып сығара. Кейемдәрҙе йомарлап шифьонер эсенә ташлай. Балконға сығып әйләнә) Исмаһам, бер мужик күренмәй күрше балкондарҙа. Закон балконда тәмәке тартыуҙы тыйғас ни, бөтәһе лә теүәлиттәрендә көйрәтә, ахыры. (Өҫтәлде йыйыштыра, музыканы һүндерә. Телефоны шылтырай) Эйе, Гөлсөм! Уже етеп килә? Хәҙер, спортсмен булаһы ғына ҡалғайны шул. (Ишек асҡан тауыш ишетелә) Ярай, телефонымды һүндерәм. Мин шифьонерға инеп йәшендем. (Туфлифын ала ла, шифьонерға инеп йәшенә).

Зифа инә. Сумкаһын өҫтәлгә ҡуйып, креслоға йәйелеп тороп ултыра.

 

Зифа: Эх, һәр ваҡыт ошондай ҡала фатирында йәшәргә хыяллана торған инем. Үтте ғүмер һыйыр имсәген тартҡылап. Әлеге башым булһамы? Бер көн тормаҫ инем ауылда. (Телефоны шылтырай) Алло, ҡәҙерлем! Мин килдем. Адресын беләһең инде. Көтәм, әйҙә, кил. (Сумкаһынан биҙәнеү әйберҙәрен сығарып, көҙгө алдында буяна. Күлдәген яртылаш сисеп, көҙгөнән үҙенең кәүҙәһен ҡарай). Ҡәҙерлем, мин һине шул тиклем һағындым. Ә, юҡ, улай түгел. Берҙән-берем, аҡыллым, мин һинһеҙ зарығып бөттөм. (Тауышын үҙгәртә) Беҙҙең күрешмәгәнгә аҙна ла юҡ бит әле. (Тауышын үҙгәртә) Ҡәҙерлем, ә юҡ, берҙән-берем, аҡыллым, шуға ҡарамаҫтан, мин һин тип зарығып бөттөм. Ашым – аш, йоҡом – йоҡо түгел. (Тауышын үҙгәртеп) О, мин дә һине яратам, Зифаҡайым, берҙән-берем, матурым. (Күлдәген кейеп, ваннаға инә. Крандан аҡҡан һыу тауышы. Ришат шифьонерҙан сығып, өҫтәлдә ятҡан папканы ала ла, тиҙ генә кире инеп ултыра. Ишектә звонок. Зифа ваннанан сыға) Ой, килде! (Ишекте аса).

Фидан инә. Костюм кейгән.

Берәү ҙә күрмәнеме?

Фидан: Юҡ, алтыным, берәү ҙә күрмәне.

 

Ҡосаҡлашалар.

 

Мин һине шул тиклем һағындым.

Зифа: Берҙән-берем, аҡыллым, мин һинһеҙ зарығып бөттөм. Үҙем шул ҡәҙәре ҡурҡам.

Фидан: Ҡурҡма, берәү ҙә белмәҫ. Ҡыҙың уҡыуҙамы?

Зифа: Уҡыуҙа ул. Был әсәйем нишләп йөрөй аҙна уртаһында тип аптырайҙыр әле.

Фидан: Фатирҙың яртыһына һин түләйһең бит. Тулы хоҡуғың бар.

Зифа: Хужаһы ҡыуып ҡуймаһын тип, ваҡытында биреп торам аҡсаны. Дөйөм ятаҡтарында бер ниндәй йәшәү шарттары юҡ бит.

Фидан: Ярай, нишләп ҡыҙыңа төшөп киттек әле. Киләле бында, кил. Һағындым бит үҙеңде.

Зифа: Берҙән-берем, аҡыллым, улай ҡапыл ғына... (Тирә-яғына ҡарана).

Фидан: Нимә? Нимә булды?

Зифа: Бая ошонда йәшел папка күргән һымаҡ инем.

Фидан: Ана бит, мине һағынғаның күренеп тора. Һаташаһың, Зифаҡайым, һаташаһың. (Зифаны сисендерә. Үҙе лә сисенә. Үҙенекен дә, Зифаның да кейемдәрен креслоға һала. Икеһе лә трусикта ҡала. Шифьонерға килеп терәләләр. Зифаны күтәреп бүлмәгә алып инеп китә). Әйҙә, әйҙә, тиҙ генә, ҡыҙың ҡайтмаҫ борон. Ваҡыт сикле.

Зифа: Берҙән-берем, аҡыллым!

Фидан: Зифаҡайым!

 

Бүлмәлә көлөшкән тауыштар ишетелә. Ришат шифьонер эсенән сыға. Бүлмә яғына ҡарана-ҡарана Фидандың костюмын кейә. Көҙгөгә ҡарап ала.

Ришат: О, яраны (Папкаһын ҡуйынына ҡыҫтыра ла, сығып китә).