Йәнә шул бетеү хаҡында

Әхмәт Сөләймәнов минең эштәремде күрҙе. Экспедицияға алып килгән ҡыҙҙарына кейҙертеп фотоға ла төшөрҙө.”Ниндәй юлдан бара милли кейем менән шөғөлләнеүселәр?” тип минән һорайҙар. Яуабым оҡшамаҫ күптәргә, ни өсөн тигәндә, күптәре бик уйламай шул. Аптырайым: күрәләтә боҙоп эшләнә. Әйтәйек, “Бетеү” тигәндең ни икәнен дә белмәйҙәр. Тота килеп бер биҙәк һалалар, ул нисек, ҡайҙа, нишләп урынлаша, нишләп шундай төҫтә, нишләп шул ерҙә – уйланмаған. Ялтыр-йолтор тауар, еп, йылғыр машинка етерлек бит хәҙер. Әүәле улай артыҡ ныҡ биҙәү булманы. Бигерәк тә ир кешеләрҙең кейеме тыйнаҡ та, йыйнаҡ та. Ирҙәрҙең кейеме елән түгел, “сапан”, тип әйтелә. Сапан ҡатын-ҡыҙҙарҙа ла булды, әммә ирҙәрҙең кейеме – сапан. Милли кейемде милләткә ярҙам итеүсе түгел, ә уны ярҙан этеүсе, халыҡтың башын бутаусы бер нәмә итеп ҡарайҙар, күрәһең?!..”

 

Әсмә апайҙың һүҙенең осо юҡ, һәр нәмәгә аңлатмаһы, яуабы бар. Ул башҡорт милли кейеменә мөкиббән киткән кеше, һәр бер үҙенсәлекте күреп бара, хаталарға ныҡ иғтибар итә.

Бөгөн Әсмә Усманованың кейемдәр коллекцияһы Сибай ҡалаһында БДУ-ның Сибай педагогия институтында «Ете ырыу» музейында һаҡлана

Һигеҙ ожмах асҡысы... Шундай мөһөр баҫылған Зауҡыл заттың ғүмер юлына. Ожмахтарҙың асҡысы – ижад, хеҙмәт, ил тойғоһо, халыҡ йыры тылсымы... Киң фекерле, яҡты зиһенле, тапҡыр телле кеше ине Әсмә апай Усманова. Мәғариф ветераны, «Ҡош юлы» фольклор ансамбленең юлбашсы-йыраусыһы, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеме күргәҙмәһен ижад итеүсе, Хәйбулла яғы арҙаҡлыһы Әсмә Мәүлембирҙе ҡыҙы Усманова. менән һәр әңгәмә - үҙе бер ғүмер, үҙе бер донъя һабағы булды.

Сәрүәр Сурина. 2022.