Маңлайса, иңсә, яурынса, ҡолаҡса
Һәр нәмәгә ҡарата үҙ исем-атамаһы ла яғылып ҡына торған. Маңлайҙы ҡаплатып, сәсте йыйып торған таҫма «маңлайса» тип йөрөтөлгән, уны матурлап тәңкә, ынйы, уҡа һәм мәрйен дә, суҡ та ҡуйғандар. Кем нимәгә маһир... Маңлайҙы ҡаплап торған киндер таҫмаға сигеү сигеп ҡуйыу тау-урман яғында йәшәгән ҡатайҙарҙа булған, С.Руденко уны “һарауыс” тип яҙа. Ике йөҙләп маңлайса-һарауысты йыя (ҡалай ынтымат ғалим булған, әйтәгүр), етмәһә, сигелгән биҙәктәрен һүрәткә күсереп төшөрөп ала, китабында күрһәтелгән барыһы ла. Мине иң аптыратҡаны шул булды: башҡорт ҡатындарының майлайын ҡаплаған “һарауыс”тарындағы биҙәктәр ханты халҡындағы биҙәктәргә бермә-бер оҡшай, имеш. Бына бит ҡайҙа осо әҙәм тамырының!... Ә беҙ Алтай, Урта Азия, тибеҙ. Уралда башҡорт бик борондан төпләнеп, уғыр, ханты, ҡуман, кидан ҡәүемдәре менән ҡатышҡан, тип тә яҙа бит бәғзе ғалимдар. Нишләп беҙ шуларҙы уҡымайбыҙ, аңламайбыҙ икән ул?
Еләндең иңбашын ҡабартып, ҡулбашҡа уҡ төшөрөп һалынған «иңсә» йәки «яурынса» тигән кейем өлөшө лә булған. Йөй-фәләнде ҡаплауҙан бигерәк, көндәр буйы көйәнтәләп һыу ташыған ҡатын-ҡыҙҙың кейеме яурын-иңбашынан туҙмаһын өсөн, туҙһа, ҡапланһын өсөн уйлап табылғандыр, бәлки. Бер нимә лә бушҡа ғына булмай, һәр ғәмәлдә йәшәү әмәле, донъя дәнмәле ята...