Һамар башҡорттарының кейеме
Һамар яғының ҡатындары кейеме лә үҙенсәлекле. Йылайыр совхозында Һамар өлкәһенән килгән башҡорттар йәшәгән, Һәҙиә Дәүләтшина ла, туғандарына килеп, шунда йәшәп киткән, йорто бармы-юҡмы, белмәйем, әле урамы бар. Беҙ боронғо ерҙәребеҙҙә, үҙебеҙсә йәшәйбеҙ, тип хәҙерге Иҫәнгилде ауылы урынына күсеп ултырғандар. Мин уларҙың кейемдәрен бик ентекләп ҡараным. Иҫәнгилденән Аҡъярға күсеп килгәйнем, баш эшләй башлағайны ул яҡҡа. Былар әйтә, беҙҙә елән юҡ, беҙҙә кәзәкей, тиҙәр. Шунан уларса итеп кәзәкей тектем. Аппликация менән сигелгән биҙәк һалына. Күпселектә – йәбештереп сигелгән сигеү менән эшләнгән. Һамарҙа ла таҫтар бар.
Меңлеләрҙең кейеме
Минең сығышым – тамырҙарым мең ырыуынан. Хәйбулла районы Утарбай ауылына ҡайҙан килеп сыҡҡандар, тиһәң, иреккәндән түгел инде. Һабыр тигән батырыбыҙ Салауат яуында ҡатнашҡан. Салауат Юлаев восстаниеһы баҫтырылғас, үлемдән, суҡындырыуҙан, яндырыуҙан ҡасып, ошо тау-дала яҡтарына ҡасып-йәшенгәндәр. Ейәнсураға яҡын торабыҙ, ҡыҙ биреп, ҡыҙ алышып, инде тамам үҫәргән ырыуына ингәнбеҙ, үҫәргән булып бөткәнбеҙ. Меңлеләргә ҡыпсаҡтың тәьҫире ныҡ булған. Улар тығыҙ аралашҡан. Ҡыпсаҡтарҙың билдәһе – «бетеү» менән тамғалары – «ярым ай». Шул тамға меңлеләрҙә лә бар, еләндәренең айырмаһы шул – меңле ырыуы ҡатындарының еләне билләп тегелгән була. Шунан, меңлеләрҙең тамаҡ бауы ябыҡ. Беҙҙекеләрҙә муйын асығыраҡ.
Фәрештә тәсбихе
«Фәрештә тәсбихе» үләндән эшләнә – артыш, ағас бөрөлөренән ете төрлө емеште беләҙеккә, муйынға элгәндәр. Фәрештә тәсбихе күҙ тейеүҙән һаҡлаған, теләкте ҡабул иткән. Уны бала бишегенә юғарыға элгәндәр.