Ҡурған яҡтарының кейеме
Ҡурған ҡатын-ҡыҙҙарының кейеме лә миңә бик ныҡ таныш. 1995 йылда барҙыҡ ул яҡҡа, делегация составында булдыҡ. Берәү хатта өйөнә саҡырҙы тыуған көнөнә, әйҙәгеҙ, мәжлесте күңелләтеп ултырырһығыҙ, тип. Үҙегеҙ беҙҙән дә күңелле йырлайһығыҙ әле, тип көлдөрҙөм.
Ҡурған яғы - ялан ҡатайҙар, улар ҡашмауҙы белмәй. Бәлки, элегерәк булғандәр, әммә бөгөн онотолған. Ҡатын-ҡыҙ башында ҡырын һалып кейелә торған тар ғына таҡыяһы тотош сигелгән (таҡыяның бейеклеге ике иленән артмай, ал яҡтан ғына сигелә), ҡолаҡсаһы ла сигеүле була. Торғаны ғына сын мәрйен менән сигеүле. Бүтән баш кейеме юҡ уларҙа.
Уларҙың мотлаҡ ҡушъяулығы бар, беҙҙә уны “француз яулыҡ”, тиҙәр. Наполеон яуынан ҡайтҡан ирҙәр бүләге булғандыр. “Флүр яулыҡ” тигәнен дә музейҙа күрҙем, бик ҡиммәтле һаналған ебәк яулыҡ, алтын-көмөш ептәрҙән туҡылған шау сәскә генә биҙәкле, ифрат затлы яулыҡ уныһы. Бик һирәк осрай.
Ҡурғандар күлдәк итәктәренә элмә сигеү менән бик йәтеш кенә кәкерсәк – зигзаг һала. Үҙҙәре шул кәкерсә ҡайыуҙы “дөйә үркәсе” тиҙәр.