Башҡорт ҡатынының кейеме –
йыр, бейеү, бәйге, яу,
бала һөйөү һәм мөхәббәт.
С.Н.Шитова, башҡорт этнографы.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме
Таҫтар
Таҫтар – ҡатындарҙың баш кейеме. Кешенең буйына ҡарап, ике-өс метрға тиклем тауар китә таҫтарға. Иңгә төшөп торған туҡыма-шарф, тиергә була. Таҫтарҙы шәл урынына урағандар, тышынан бүрек тә кейгәндәр. Таҫтар бөтә башҡортта ла булған.
Ҡашмау
Ҡашмау – баш кейеме. Гәрәбә, мәрйен, тәңкә, ынйы менән биҙәп эшләнә. Ҡортбашы ла тегеп ҡуялар. Күҙ теймәҫкә, тиҙәр. Борон ҡортбашы, ҡусҡар биҙәге һалып биҙәгәндәр, ҡабырсаҡтан ҡырҡып тәңкә эшләнгән, көмбәҙҙе лә шунан яһағандар.
Ҡашмауҙың арҡа буйлап билгә саҡлы төшөп торған өлөшө «олон» тип атала. Уны ҡайһы берәүҙәр «ҡойроҡ», тигән була, төптө буш һүҙ. “Ҡойроҡ” тип әйтеп, үҙегеҙҙән көлдөрмәгеҙ. Ҡашмау олоно «тояҡ» менән ослана. Нимәнән эшләнеүенә ҡарап «тояҡ»тың да төрҙәре бар - сәсәкле тояҡ, сәйләнле (мәрйенле) тояҡ, тәңкәле тояҡ, суҡлы тояҡ...
Таҡыя
Башҡорт таҡыяһының айырмаһы - яулыҡта. Башҡорттар һис шикһеҙ таҡыя өҫтөнән яулыҡ ябына, шуға күрә алғы яғын ғына сигә. Үзбәк менән татарҙа тотошлай уратып сигелә. Төньяҡ-көнбайыштағы Минзәлә, Аҡтаныш башҡорттары, Яңауыл, Баҡалы, Балаҡатай яҡтарында йәшәгән башҡорттар таҡыя кейә, тик уны ҡалпаҡ тиҙәр. Ҡалпаҡ кейеү башҡорттарҙа булған. балаҡатай ырыуы ҡатын-ҡыҙҙары ҡалпаҡтың әллә нисә төрөн кейә: сикә-ҡалпаҡ. тупый-ҡалпаҡ, тәңкәле ҡалпаҡ, мәрйен-ҡалпаҡ, туҙ-ҡалпаҡ. Булғас, бар тип әйтәйек, булғанына шөкөр итәйек, һаҡлайыҡ, ташламайыҡ. Таҡыяны нимәнән тегәләр, тиһәң, төрлө яҡта төрлөсә. Тауарҙы тартып, башта ныҡ торһон, йылы ла булһын, тирләтмәһен дә өсөн эслек ҡуйыла - ҡатырға йә туҙ, һырылған мамыҡ, тула, хатта йоҡа кейеҙ ҙә ярай. Тышынан матур тауар менән тышлап, сигеп-биҙәп ебәрәләр. Белорет яғында Шиғай ауылының «Хәтирә» фольклор ансамбленә йөрөгән ҡатындарҙың баш кейемен – таҡыяны ла күсереп эшләнем. Беҙҙең Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылында ҡыҙҙар һуғыштан һуңғы йылдарҙа бер төрлө таҡыя кейҙе, тирәсе йомшаҡ буҫтау-тула туҡыманан, түбәһе ете-биш өлгөнән ҡоршалған һәм сәсте елләтеп торған тишекле булыр ине. Сигеү-фәлән, тәңкә-мәрйен дә юҡ ул заманда (комсомол бармаҡ янап тора бит!) Ҡыҙҙар үҙҙәре тегеп ҡара, көрән йәки йәшел төҫтәге таҡыя кейҙе.
Ҡалпаҡ
Төньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡ-көнсығыш башҡортта ҡалпаҡ күп, рәттән кейгәндәр. Беҙҙең яҡта ла яратып кейеүселәр булған, тик нишләптер, ҡалпаҡты татарҙыҡы, тип юҡты һөйләүселәр, сикләүселәр табыла. Буш хәбәр ул, “ҡалпаҡ кейеү” башҡортта йәш ҡыҙҙарҙа, килендәрҙә борондан булған. Салауат районынан килгән Сания апай Абдуллина бик ыҫпай ҡалпаҡ кейеп йөрөнө, элекке телевизион яҙмаларҙа күренә ул, шунан Сания апай халыҡ араһында тәүгеләрҙән булып таҫтар ҙа бәйләп сығыш яһаны. Ғәжәп оҫта итеп думбыра сиртте. “Беҙҙә таҫтар бар, уҡа бар, тәңкә аҙ”, тигән булыр ине, һәммәһен дә күҙәтеп-өйрәнеп йөрөгән зиһенле апай ине шул, йәне йәннәттә булһын.
Гәләбәш
“...Гәләбәш... гәләпүш тип тә әйтәләр, ҡайһыһы дөрөҫтөр инде... Бик һирәк осрай, бик аҙ ҡалған баш кейеме. Береһе Ленинградтағы Румянцевтар музейында, берәүһе Венгрияла, береһе Дрезденда һаҡлана – хәҙер музейҙар менән эшләгәс, беләбеҙ инде.
Ә мин иң тәүҙә гәләбәште ҡайҙа ишеттем? Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Әбеш мәктәбендә уҡыным. Йыуаға бармаҡ булғайныҡ, фатирыбыҙ хужаһы беҙгә юл өйрәтеп былай ти: «Гәләбәш элгән» тауына бармағыҙ, ул Һаҡмар аръяғында...”
Шунан тау исеменең ҡайҙан килеп сыҡҡанын да һөйләне. Борон бай ҡыҙҙары тауға уйынға сыҡҡанда башындағы гәләбәшен сисеп ағаслыҡҡа элеп тора торған булған. Шау көмөш тәңкәнән торған гәләбәштәре, ҡояшта емелдәп, әллә ҡайҙан күренеп торған... Бик бай ҡыҙҙары булғандыр ахыры... Ул тау тигәне бәләкәй генә бер түмәләс, ҡыҙҙар уйын ҡорорлоҡ ҡына аулаҡ көн бите... Гәләбәш түңе, тип тә әйтәләр икәнен һуңынан ишеттем.
Йылдар үтте. Ул олатай әйткән гәләбәш хаҡында онотҡанмын. Үҙемдең улым менән ҡыҙымдың башына яңы модаға ингән панамка тегеп кейҙерҙем дә Утарбайға әсәйемдәргә алып ҡайттым. Әсәйем баяғы панамканы «гәләпүш» ти. Нишләп гәләпүш булһын ул, тигәнбеҙҙер инде, аръяғына асыҡлап һөйләп алып китте «Гәләпүш, гәләбәш тигән баш кейеме электән бар ине. Беҙҙең дә гәләбәш булды. Граждандар һуғышы йылдарында замана боларғас, ҡартатайың мулла булғас, һаҡланмаҡсы булғанбыҙҙыр инде. Гәләбәште, һиңә һүҙ теймәйерәк, тип, фәҡирерәк бер ағай-энебеҙгә биреп торҙоҡ. Ул уны тиреҫлеккә йәшергән. Әммә гәләбәш шунда юғалған, кемдер алған, тигәндәр...»
Аҙаҡ Аҡъярға күстек, гәләбәш тағы онотолдо. Пенсияға сығып, музейҙа эшләй башлағас, Руденко яҙған китапта ла башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме гәләбәш хаҡында уҡығас, мин уны тергеҙергә кәрәктер, тип уйланым. Башта бер нисек тә килештерә алманым. Гел иҫләй-иҫләй, уйлай-уйлай эшләйем, тота килеп кенә яңыртып булмай боронғо кейемде. Ҡайҙа барһам да һорашам, эҙләнәм, тигәндәй... Килеп сыҡмай. Унан ҡарап, бынан ҡарап, баяғы әсәйем бахырҙың һөйләгәненән хәтерләп, бабайҙың әйткәндәренән күҙ алдына килтереп, китаптарҙан ҡарап хатта ныҡ ынтылдым был эште башҡарырға. Октябрьскийға ял итергә барғанда ла бер музейҙа осраттым гәләбәште. Рус, ҡалмыҡ халҡының яу кейемдәренә сағыштырып, башҡорттарҙың да баш кейемдәре ҡуйылғайны. «Гәләбәш - башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының яу кейеме», тиелгән. Тотондом мин дә эшләргә. Олатайымдың, гәләбәш башҡорттоҡо ла булған, тигәне миңә тынғылыҡ бирмәне шулайтып.
Әсәйемдең һөйләүенсә, арттан олоно киң, арҡаға саҡлы төшөп тора. «Гәләбәш үҙе шау тәңкә, лыс көмөш», - ти торғайны әсәйем. Күҙ алдына килтереп, бер-нисә мәртәбә һүтеп-нитеп эшләнем баяғыны. Башҡа ерҙә осратҡаным да, күргәнем дә булманы шул, уны ентекләп һорашырлыҡ боронғо кеше ҡалмаған бит ул хәҙер. Кәмеүгә бара егерменсе быуат быуыны.
“Гәләбаш” тигән һүҙ ҡайҙан килеп сыҡҡан икән, тип тә уйланам. “Гәлә” һүҙе “көллө” (“тотош”) тигәнгә яҡын, беҙҙең ирҙәрҙә “көләпәрә” тигән яурынға уҡ төшөп, башты ҡаплап тормалы баш кейеме бар бит, ҡатындарҙың “гәләбаш”ы ла шулай уҡ “көллө башты, тотош башты” ҡаплап торған кейем, тигәнгә тура килә. Көләпәрә булғас, көләбаш-гөләбаш-гәләбаш та булыр ул.
Әбеш ауылына гәләбәштең ҡайҙан килеп сыҡҡанын кем белә? Әллә һатып алғандар, әллә оҫталарҙан эшләткәндәр. Иллә мәгәр Руденко яҙа, башҡорттарҙа гәләбәш булған, тип яҙа. Быға иғтибар итмәй һис ярамай!..”
Милли кейемгә һоҡланыу,
һөйөү, ышаныу
һәр башҡорт ҡатынына хас.
А.Ғ.Янбухтина, сәнғәт белгесе