Һигеҙ ожмах асҡысы
Был тамға материалдан аппликациялап, ынйынан сигеп эшләнә. Һигеҙ ожмах асҡысы боронғо китапта бар. Сәскә түгел, тамға бит был, теләһә нисек асып ҡарамағыҙ, тип тыя торғайнылар.
Тирә - яҡ
Маҡар ауылында бер ҡоҙағайым бар ине, әле мәрхәмә инде. Исеме хәтеремдән сыҡҡан, фамилияһы Мухина ине. Шул хәтле күп белә торғайны боронғоно. Юрматыларҙың еләне тураһында һүҙ китте. Уларҙың еләнгә баҫҡан биҙәге бөтөнләй башҡа. Шунда бер түбәтәй килеп сыҡты, түбәһендә бер һүрәт тора – алтымөйөшлөк. Ҡоҙағый әйтә: «Был – «тирә - яҡ» була, - ти, - Алла бит уңда ла, һулда ла, алда ла, арта ла, ерҙә лә, күктә лә – бөтә алты яҡта ул, тимәк, бөтә тирә-яҡта була, шуны аңлатҡан билдә был», - ти. Тимәк, «тирә-яҡ» - алтымөйөшлөк, беҙҙең Юрматы орнаменты була.
Елән
«...Әйткәнемсә, минең хыялым – ике ҡәрсәйемдең еләнен тергеҙеү булды, улар бер ҡасан да күҙ алдымдан китмәне. Елән – затлы кейем. Тегеүсе оҫталарҙың һәр береһе үҙенең «ҡулы», оҫталығы менән айырылған. Хәллеләр еләнде махсус тектергән, тауары, тәңкәһе, тегелешенең һиммәтен ҡарап, бер айғыр хаҡы менән баһалағандар. Шулай ҙа ниндәй ырыуҙың, ҡайһы төбәктең еләне тигәндә, төп айырма – еләндәге тамға. Ҡыпсаҡта – бетеү, меңлелә – ярым айлы бетеү, юрматыла – тирә-яҡ, үҫәргәндә – һигеҙ ожмах асҡысы. “Мөһөр баҫылған”, “мөһөр тартылған”, тиҙәр. Бындай ырыу тамғаһы ҡуйылған еләнде бутап та, юғалтып та булмай. Беҙҙең көньяҡ-көнсығышта еләндәр биҙәүле булған, башҡа яҡта елән биҙәлмәгән.
Камзул
Камзул – боронғоһо ҡатмарлы. Биленән биш ая итеп телеп ебәреп, итәге клюш (япрай) булып тора. Билле камзулды тамъяндар оҫта тегә. Уларҙың көнбайышҡа күсеп ултырған әҡрәбәләре лә Туймазы, Миәкә яғында билле камзул кейә, тинеләр бер конференцияла. Камзулға бетеү, мөһөр ҡуйылмай, тәңкә, уҡа, ҡортбашы тегелә. Камзулға ҡыялап йә тура киҫеп кеҫә һалына.
Түшелдерек
“Түшелдерек” тип төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш яҡ башҡорттары ҡатын-ҡыҙҙың күкрәген ҡаплаған биҙәүесте әйтә. Түшелдеректе башлыса өлкәндәр, йәғни ҡатындар кейгән. Тура иҙеү менән тегелә, эстән һалып кейелә. Алмиҙеү йәки башҡыҙеү (йәғни башҡа кейелә торған иҙеү) тип йөрөтөлгән төрҙәре лә бар, уларҙы “муйса” тиҙәр балаҡатайҙар. Дыуан, Салауат, Мәсетле, балаҡатйаҙа “муйса” йәш ҡатын-ҡыҙҙа күп булған. Уны ялан ҡатайҙар менән арғаяш яҡтары “яға” ти. Тамъян менән күбәләктәр бындай тәңкә баҫылған, мәрйен, гәрәбә, ҡортбаш, сулпы теҙелгән биҙәүесте “селтәр”, ти. Көнбайыштағы башҡорттар “дәүәт”, “хәситә” яһап таға, улары шау көмөштән була, яурындан төшөп, билдән уратып торған дәүәттәрҙе лә күргәнем бар. Эшләнештәре айырыла, шуға исемдәре лә төрлө, шуға ныҡ иғтибар итеү кәрәк.
Һаҡал
Ҡайһы бер яҡта селтәрҙе «һаҡал» тиҙәр, беҙ ҙә «һаҡал» тибеҙ. Ҡыҙҙы кейәүгә оҙатырға кәрәкһә, әсәһе туған-тумаса ҡатын-ҡыҙын сәйгә саҡыра ла «һаҡал өмәһе» үткәрергә йыйыныуын әйтә («бирнә өмәһе, селтәр өмәһе» лә тиҙәр). Кем тәңкә, таҫма, төймә, ҡортбашы һ.б. алып килә. Бөтәһен бергә һалып тегәләр. Аҡсалы яҡтар аҡса ҡуя – “тәңкә баҫабыҙ”. ти тамъяндар. Петр Первый аҡсаны тишеүҙе тыйғас, көмбәҙ һуға башлайҙар.
Әмәйлек
Әмәйлек - муйынды ҡаплаған ярымтүңәрәк яға. Йәш балалар, йәш ҡыҙҙарҙың муйынын һаҡлау өсөн ябыу итеп эшләнгән. Насар күҙҙән, ел-шауҡымдан һаҡлаған. Көньяҡ-көнсығыш төбәктә ҡыҙҙар кейеме таҫманан, тауарҙан тегелә, ынйы, мунсаҡ, тәңкә менән биҙәлә. Балаҡатайҙар уны “һағылдырыҡ” тиҙәр, шау тәңкәне бер таҫмаға теҙеп тегәләр, эйәкте уратып, муйынды ҡаплап, ҡолаҡ артынан аша тартып тағалар. Учалы яғы уны “муйындыҡ” тигән була.
Күлдәк
Күлдәктең тегелеше лә, төрҙәре лә бихисап, уны шул-был ырыуҙыҡы тип айырып ҡарап булмай. Тегелеше буйынса ғына исемләргә мөмкин - күтәрткән күлдәк, тубыҡтан бөрөлгөн күлдәк, ҡаҙморонлап бөрөлгөн итәк, ҡатлансыҡлы күлдәк, әҙепле-төймәле уйымлы күлдәк, итәк баҫҡан күлдәк, ҡанатлы күлдәк, мәҫкәүле күлдәк, ҡупайсыҡлы күлдәк – фонариклы иңбашлы күлдәк...
Алъяпҡыс
Гел генә камзул, елән, кәзәкей кейеп йөрөмәгән бит ҡатын-ҡыҙ. Алъяпҡыс та бар бит. Бигерәк тә меңле, әйле, ғәйнәләрҙең ҡатындары алъяпҡысын сисмәгән. Беҙҙең яҡта алъяпҡысты арҡалы итеп тегеп кейгәндәр. Көндәлек эш араһында, өйгә инеп-сыҡҡанда бик ҡулай. Арттан арҡаңа ышыҡ, алдан түш-итәгең ҡаплаулы. Меңле ырыуы ҡатындары әле лә шундайҙы ғына кейә. Балаҡатйа яғы ла “арҡалы алъяпҡыс” тип кейә.
Ҡулъяулыҡ, алъяпҡыс итәген ҡыя сәнсеп сигеп бирнә әҙерләгән ҡыҙҙарыбыҙ. Яңы төшкән киленде күрергә килгән әбейҙәр, алъяпҡысы сигелгәнме, тип һораған була торғайны. Ҡатын-ҡыҙҙың егәрле, булдыҡлы икәнен күрһәткән сифат бит инде.
Ҡыҙҙар ҡул эшенә оҫталығын күрһәтеү өсөн таҫтамал, шаршау, тәҙрә ҡормаһы, мейес башы ҡорғаны, кейәү күлдәгенең яғаһы, кеҫәһе, хатта кейәүҙең силғауын да сигеп әҙерләгәндәр. Сигелгән силғау! Бөгөнгө ҡыҙҙарҙың төшөнә лә инмәҫ, инһә лә, ышанмаҫ.
Салауат районында Сания Абдуллина тигән йыраусы бар ине, шул ҡатындың кейгән күлдәген күсерҙем. Уларҙа сылбырлы сигеү таралған. Беҙҙә уны «элмә» тип тә әйтәләр. Салауат Юлаев музейы асылған йылды ул яҡтарға мин дә барҙым, күргәҙмәгә ҡуйған кейемдәрҙе ҡараным. «Элмә икән сигеүегеҙ», тиһәм, «Бәй, тәмбәрәне танымайһыңмы, тәмбәрә лаһа был», - тип ебәрәләр. Тамбурҙы шулай матурлап әйтәләр икән. Әйҙә әйтһендәр, бигерәк ҡолаҡҡа ятышлы. Ул яҡтар ҡалпаҡ кейә, кейемдәрен дә шулайтып эшләнем. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының кейемендә сигеүҙең төрө башҡаса. Шул уҡ тамбур, ваҡ элмә, ҡыя сигеү, иллә симметрия ныҡ күренә.