Төрки халыҡ кейемдәре араһында

иң бай фантазиялы, иң төрлө һәм

иң мәғәнәлеһе –

башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеме.

С.И.Руденко ,

этнограф, XX быуат уртаһы

Әсмә Мәмлембирҙе ҡыҙы Усманова һәр ырыуҙың кейемендәге айырым билдәләрҙе асыҡлай белә ине. Бындай күҙәтеүсәнлек һәм дөрөҫлөккә тоғролоҡ бөгөн айырыуса ҡиммәтле сифат булып китте, юғиһә милли кейемде тергеҙеүгә тотонған саҡта күрәләтә буталсыҡлыҡ индереү менән булышҡан кешеләр барлыҡҡа килде. Уларға ғилми китап ни, музей ни, ысын оҫталарҙың әйткәне ни – бындай наҙанлыҡ арҡаһында ырыуҙар меңәр йыл буйы һаҡлаған үҙенсәлектәрҙе һанға һуҡмау беҙҙең халыҡ сәнғәтен йүнлегә алып бармай.

“...1990 йылда Ишмулла Дилмөхәмәтов йыйынына Күгәрсен районы Сәнкем-Тәүәкән ауылынан килтерелгән тирмәгә күрше генә үҙебеҙҙең район тирмәһен ҡорҙоҡ. Сәнкем тирмәһендә бер боронғо түбәтәйҙе күреп ҡалдым. Түбәтәйгә төрлө төҫтәге ынйыларҙан теҙеп бетеү сигелгән. Йәйғор бетеү! Сәнкем-ҡыпсаҡтарҙың бетеүе! Илаһи матур тамға! Йәйғор бетеү ҡатын-ҡыҙҙарының ғына түгел, ирҙәрҙең дә кейеменә ҡуйыла һәм шунан танылып тора торған булған. Йәйғор бетеү түбәтәй, ҡашмау олоно, елән итәге, елән иңсә-яурынсаһында ла осрай, бигерәк тә балалар кейеменә мотлаҡ ҡуйыла торған булған.

 

Бетеү

Ҡыпсаҡтарҙа мөһөр түгел, бетеү булған.

Ҡарағай-ҡыпсаҡ, ҡара-ҡыпсаҡ, сәнкем-ҡыпсаҡ кейеменә хас.

Ҡарағай-ҡыпсаҡтарҙың бетеүе гел бер төрлө генә мунсаҡтан эшләнгән - мунсаҡ бетеү.

Сәнкем-ҡыпсаҡтарҙыҡы төрлө ынйынан – йәйғор бетеү.

Ҡара-ҡыпсаҡта – тауар бетеү, икенсе төрлө материалды һалып уратып сигелгән бетеү-аппликация.

Хәҙерге сәхнә еләндәренә өсмөйөш формаһында биҙәк һалған булалар. Был дөрөҫ түгел. Олоғара ҙур өсмөйөш итеп итәккә орнамент һалыу бөтөнләй килешмәй. Исеме лә өсмөйөш түгел, «бетеү» уның.