Рус этнограф ы М.А.Круковский , XX бы у ат башы .
“...Элегерәк селтәр бәйләнем. Койка ябыуы, тәҙрә селтәре, өҫтәл ябыуы эскәтер, мендәр ябыуы... Ҡалманы береһе лә. Ҡайҙа күҙ төшә, шунда селтәр ябыу бәйләп ҡапланым. Заманы менән шулай булдыҡ, селтәргә тотонмаған кеше ҡалмағандыр. Һуңғары сигеү сығып китте. “Гладью, крестом болгарским”, тигән булабыҙ ҙа әйҙә сигеү сигәбеҙ. Күҙ ҡарыуы, ҡул-елкә көсө етерлек, аҡ митҡалың менән мулинаң ғына етһен. Энә тоторҙай бөтә ҡатын-ҡыҙ сигеү сикте, тиһәм дә була. Араларында ифрат оҫталары булды, ҡайһылары, бына минең кеүектәре, ғүмергә «сигеү сирле» булып ҡалды. Ярышып сигә торғайныҡ. Әлеге лә баяғы тауарға ҡытлыҡ замана, ә беҙ ул юҡъваҡытҡа ҡарап тормайбыҙ. Ҡулъяулыҡтай ғына арыу тауар килеп керһә, шундуҡ берәй нәмә сигеп ҡуяһың. Тота килеп теләһә ниндәй һүрәт тә түгел әле, бер-береңдән матурҙы күсерәһең. Бүздәк районынан килеп беҙҙә башҡорт теле уҡытҡан бер ғаилә бар ине. Бер көн ҡунаҡҡа барҙыҡ, стенала ике тәҙрә араһында сигеү тора. Бер бәләкәй генә бүлмәлә торабыҙ, тимәгәндәр, хатта матурлап йәмләп ҡуйғандар. Салфетка яҫылыҡ ҡына тауарҙы шау сәскә итеп сигеп, тәҙрә өҫтөнән буйлатып элеп ҡуйған. Эй матур инде! Күҙ яуын алырлыҡ, серле, күңелле! Харрасова Сажидә ине ул уҡытыусының исеме, ире Әйүпов Муса ине. Уй аллам, ҡайҙан килешле тауар табырға, мин дә тиҙерәк сигеп ҡуйыр инем, тип ыуаланып-түҙмәй йөрөлә. Дәртле йәшлек бит ул! Үҙемсәләтеп ебәрҙем – магазиндан ике метр йөн тауар һатып алдым. Быны нимәгә алаһың, күлдәккәме, тип һорай һатыусы. Ковер итәм, тимен. Теге тауарҙы һәйбәтләп тереп һүттем дә карауат янынан стена буйлап тарттырып ковер итеп сигеп элдем. Тәҙрә-ишек ҡормалары, шкаф-мейес ҡашағаһы ҡорғандары – бер нәмә лә ҡалманы. Ваҡытында үҙенә күрә бик шәп һөнәр булды ул беҙҙең быуынға, башҡа әйбер-ябыу юҡ бит инде. Комплект менән эшләнек – селтәрҙән, сигеүҙән... Кәрәк тип эшләнек, кәрәк тә булды.”
“...Беҙҙең Хәйбулла яғында электән етешһеҙ тормош булған, кеше сей тырышлыҡ менән көн иткән. Бар байлығы – мал, ул булмаһа, эш харап. Минең атайым, аяғы ауыртҡас, тегенсе булды. Бик матур итеп итек-ситектәр, тун-толоптар текте. Уның ваҡ эшкә ҡамалып, тире-йөнгә сумып, энә-беҙгә сәнселеп, өйҙә ултырыуын күреп, йәлләп, әсәйем: «Ҡарт ялҡау өйҙән сыҡмай», - тип шаяртҡан була торғайны. Шунан үҙе тағы: «Ялҡаулыҡ тәгәрәй-тәгәрәй ҡаса һинән – бынау хәтле итеп кем ситек тегә был тирәлә, шуны семәрләп сигеп ултыра бит әле», - тип ыңғайына һыйпап, яратып маҡтап ҡуйған булыр ине. «Шәп мин, зерә шәп - сабата ла үрә беләм әле мин», - тип атай әйҙә беҙҙе көлдөрә торғайны, үҙе иҫәп-хисапҡа шәп булды, бухгалтер булып та эшләне. Уны атаһы мулла итәм, тип мәҙрәсәлә уҡытҡан булған. Заманалар үҙгәргәс ни, был уйы уйылып ятып ҡалған. Шулай ҙа атайым алдынғы ҡарашлы булды, балаларын уҡытам, тип атлығып торҙо.
...Ҡартайым Ғәбделәхәт исемле ине, уның атаһы Бәҙәмша хажға барған. Шунан ынйы алып ҡайтҡан. Ап-аҡ ынйылар, ваҡ ҡына, ике буй ине. Уларҙың аҡлығы, матурлығы һаман шул көйө.
Ҡәрсәм бирҙе миңә: «Был ынйыларҙың ҡәҙерен белһә Әсмә генә белер, башҡа берәү ҙә белмәҫ»,- тине. Мин уларҙы ҡарағай-ҡыпсаҡтарҙың еләненә урынлаштырып та ҡуйҙым.
Илдән сүпләп тиерлек йыйҙым кәрәк-яраҡты – ҡайҙалыр хужаһыҙ ята, ҡайҙалыр магазинда... Йыйҙым да йыйҙым... Ынйы, мәрйендәрҙе килолап алдым. Хәҙер артҡан-ҡалғанын айырым-айырым ваҡ банкаға тултырып ҡуям. Ҡайсаҡ бер бөртөгө лә ҡәҙерле, табылмаһа, хатта аптыраҡ, ҡыйын. Ҡапылда ныҡ кәрәк була ла ҡуя ул. Элек ҡорт башы тигән нәмә булды. Хәҙер юҡ улар.
Мин был эште эшләмәһәм, түҙмәйем. Белмәйем, әгәр, аллам һаҡлаһын, туҡтап ҡуйылһа, ҡалайтырмын... Баяғы өйҙөң эсен ҡыялтып-болартып ултырған кеүек бит инде. Ҡәрсәйем бахыр, киндер иләп, сепрәк йыртһа, өйҙө ҡыйлайһың, ти торғайныҡ. “Ҡыйлау аҙағы – һыйлау, мыжымағыҙ, ҡыйһыҙ эш булмай”, тип яуап бирә торғайны. Хәҙер ҡәрсәмдең көнө миңә килде.
Быны эшләмәһәм, мин ауырыйым. Быны эшләһәм, ҡайғымды ла онотам, ауырыу-хәсрәтемде лә онотам... Унһыҙ ҙа йәй етһә, туҡтала эшем – ҡаҙ аҫырайбыҙ, ара-тирә «гастролгә» сығып китәбеҙ, ундай-бындай юл-төшөм табылып тора. Ҡышҡа инһәм, рәхәтләнәм, «эшем – ашым»ға әйләнәм.
Бына Әбйәлил яғынан килгәндәрҙә биҙәүестәр шау көмөш тә көмбәҙ. Атайымдан һорайым: “Нишләп беҙҙең яҡта юҡ һуң шул тәңкәләр?” - тим. - “Әбйәлил электән Урал эсендә, Магнит заводтарына яҡын, көмөш сыҡҡан ерҙә йәшәй, шуға ундағы халыҡ алтын-көмөштө таный ҙа, таба ла, таға ла”, - ти торғайны.
Баймаҡ менән Әбйәлил - баҙарлы ер, тимәк, аҡсалы халыҡ. Май-ҡоротон апарып һатһа ла, ҡулына аҡса инә, ә беҙҙең Хәйбулла яғы – яртъяҡ, юл да юҡ, эш тә юҡ, аш та юҡ – шулай булды борондан, целина сыҡҡансы. Хәҙер целина бөттө, рудник ҡалды... Малға һан бөтһә, беҙҙең дала яғында халыҡҡа көн дә бөтә. Бик хәлле, йүнләп йөрөгән кешеләр генә күтәрелеп китә ала... Ҡуй инде, шулай булһа ла, һайтылдап, ике ҡулды ике яҡҡа сәсеп, бейеп киткән булабыҙ, әлдә ҡурай бар – уны ҡыжылдатып тартып, ҡушылып йырлап әйҙә кинәнәбеҙ. Беҙҙе Хоҙай әҙәм итеп яратҡас - булды, уныһына ла - мең шөкөр, тип ирәйеп йәшәп тик ятабыҙ.”
“Баяғы әсәйемдең еләндәрен боҙҙом бит инде, күңел төбөндә юшҡын ҡалды. Ғүмерлек әрнеү менән хыял ҡалды. 1957 йылда миңә Ленинградҡа һәм Мәскәүгә барырға тура килде. Әле Өфөнә лә күрмәгәнмен, был яҡта бер ҡалаға аяҡ баҫмағанмын, әммә Ленинградҡа юл төштө. Барыуын-барғас, бер нимәгә ҡарамай, Эрмитажды күреп ҡайтырға тейеш инем. Шул Эрмитаж мине яңынан тыуҙырҙы, тиергә була. Тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып һәр экспонатты ҡараным. Һәр бер төймә, һәр бер нәмә һаҡланған! Петр Первыйҙың әллә нисә кафтаны ята – тегелеп бөтмәгәндәре лә бар... Ә беҙ нишләп әсәйемдең бер нәмәһен дә һаҡламаныҡ икән?! - тип ҡара ғәжәпкә төшөп аптырап ҡайттым үҙебеҙҙең маңҡортлоҡҡа. Йәш булһам да шуны аңлағанмын бит әле, байғош...
Иҫәнгилде тигән ауылға математиканан уҡытырға ебәрҙеләр, әммә уҡытыусылар араһында ғына түгел, бөтә ауылда беҙҙән башҡа ете класс белемле бер кеше лә юҡ ине. Аҙаҡ был ауылда ла ете йыллыҡ, шунан урта мәктәп асылды... Уҡыусы балаларҙы Магнитогорскиға экскурсияға алып киттем, әлбиттә, туп-тура тыуған яҡты өйрәнеү музейына алып барҙым. Иҫем китеп боронғо кейем, ҡаралты, һауыт-һаба ҡарайым, ә балалар әйтә, апай, һуғыш ҡоралдарын ҡарамайыҡ, беҙҙең ауылда бындай ҡылыстар, йәҙрәләр тулып ята, тиҙәр. Ысынлап та, Үрге Иҫәнгилде тигән ауыл янында 1917-1919 йылғы граждандар һуғышы ваҡытында аҡтар менән ҡыҙылдар араһында бик ҡаты бәрелештәр булған, окоп урындары ҡалған, пуля, гильза, снаряд ярсыҡтары һаман табыла икән. Балалар шуларҙы йыйып килтерҙе, Иҫәнгилделә тәүге мәктәп музейы төҙөнөк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙгәртеп ҡороу заманы - перестройка еткәйне, иң беренсе борҡотоп мәктәп музейҙарын тарҡаттылар, ниндәй ҙур йөкмәткеле мәктәп музейҙары ҡыйратылды. Ҡуй инде, манҡорт илдең балаһы ла, хужаһы ла бер иш. Аҡыллылар уларҙы һаҡлап ҡалды, бөгөн мәктәп музейҙары иң төплө уҡыу-уҡытыу саралары иҫәбендә булып, яңынан тергеҙелә, яңынан иғтибарға алына.
Шулайтып үҙем, Иҫәнгилделә музей төҙөргә кәрәк, тигән уй-ниәт менән янам – үҙем һаман боронғо кейемде тегеүҙе уйланым. Материалдың юҡ ваҡыты, ҡайҙа ул осорҙа таҫма, еп, мулина, ирис ебе, тәңкә... Юҡъваҡыт, тип әйтмәй булмай шул, юҡлығы ныҡ һиҙелә ине. Ынйы бөтөнләй бөткәйне беҙҙең яҡта, уны бәләкәй ҡыҙым йәшәгән Яҡутиянан алып ҡайттым.
Иҫәнгилде мәктәбендә музей эшләп киттем дә бит, әммә беҙ Аҡъярға күскәс, ул эштәр юҡ булды ла ҡуйҙы. Мәйтәм, бөтә хыялдарым харап була бит. Улай ҙа бер яйы табылды. Иптәшемә район үҙәгендә “Тыуған яҡты өйрәнеү музейын” асырға ҡуштылар - икәүбеҙ бер булып йәнә тотондоҡ. Тағы ла ҡыҙыҡлы, яуаплы тормош башланды. Быныһы район һәм дәүләт ҡарамағында булыр, һаҡланыр, тибеҙ. Машина менән ауыл һайын йөрөп музейға материал йыябыҙ. Әйбер йыйғанда мин һаман кешеләрҙең элекке кейемдәрен ҡарайым, һаман өйрәнәм. Элеккеләр тигәндән, хәҙер боронғо кеше юҡ, оло быуын китеп бөттө тиерлек. Минең тиҫтерҙәр генә ҡалды. Әммә бәхетһеҙлек һағалап торған – ҡапыл ғына ирем үлде лә китте. Нишләргә белмәй албырғап ҡалдыҡ балалар менән. Музей эше Өфө тарафтарында ла йәнләнгән икән, башҡаланан ғалимдар килеп тулды. Алып ҡына торабыҙ ҙа кире бирәбеҙ, тип беҙ йыйған әйберҙәрҙе һорайҙар. Әҙерәк баш эшләй бит инде, бер ауыҙ ҙа бешкәс, тигәндәй, - хәҙер бер нәмәне лә бирмәйем, ысҡындырмайым. Мәйтәм, юҡ, әгәр ҙә Аҡъярҙа район музейы эшләнмәһә, ятыр өйөмдә, бер нәмәне лә райондан ситкә сығармайым, тием. Пенсияға сыҡҡас, 1992 йылда райондың этнография музейында эшләй башланым.
Кейемдәр тураһында гел ҡыҙыҡһынам. Наил Бикбулатов, Раил Кузеев, Рим Янғужин, Альмира Янбухтина, Светлана Шитоваларҙың китабын уҡыйым. Бер йыл Өфөгә семинарға барҙым. Альмира Ғәйнулла ҡыҙы Янбухтина үҙе өйрәтә. Уға үҙем теккән бер күлдәкте күрһәтеп һораштым: «Дөрөҫ эшләгәнменме?» - «Дөрөҫ эшләйһегеҙ», - тине. Светлана Николаевна Шитова менән дә күп аралаштым, китаптарын әйләнгән һайын уҡып торам, өйрәнәм. Мин күберәк һорашам, үҙем бер нәмә лә һөйләмәйем. Әгәр ҙә шулай-шулай була ул, тип белгәнемде һөйләһәм, яҙып алырға әҙер генә торалар. Ә мин өндәшмәйем. Тәү мәлдәрҙә шулай тыңлап, өйрәнеп тик йөрөнөм. Уғаса булмай, әсәйем дә үлеп ҡалды. Уның туҡһан йәше тулыуға бер бүләк булыр, тип ошо кейемдәрҙе тегергә башлағайным. Үҙемдең хыялым бар ине бит – теге саҡ һүтелгән еләнде кире тергеҙеп, әсәйемде ҡыуандырырмын, тигәйнем... Булманы, өлгөрмәнем. Күрәһең, уға елән ябыныу бүтән насип булмаған.
1990 йылдарҙа ырыуҙар хәрәкәте башланғас, ниндәйҙер этәреш, асыҡлыҡ булды эшемә. Башта ырыуҙарға иғтибар итмәгәйнем, был хәл тарихи шарт булды.
Сыңғыҙхан яуы туҙҙырған ете ҡыпсаҡ ҡәүеме башҡорттар араһына ҡаса - һыуын-ҡыпсаҡ, гәрәй-ҡыпсаҡ, ҡара-ҡыпсаҡ, бошман-ҡыпсаҡ, сәнкем-ҡыпсаҡ, ҡарағай-ҡыпсаҡ, аҡ-ҡыпсаҡ. Бер-береһен барлап, юғалтмаҫ өсөн Юлдыбай эргәһендәге Айҙаболон яланында йыйын үтә. Бөрйән, тамъян, үҫәргән, дүңгәүергә баяғы ҡыйралған ҡыпсаҡтың өс ырыуын – ҡарағай-ҡыпсаҡ, бошман-ҡыпсаҡ, һыуын-ҡыпсаҡты ҡушыуҙан килеп сыҡҡан беҙҙең “Ете ырыу” тигән берләшмә, йыры-гимны ла бар бит хатта. Боронғо башҡорт ырыуҙары – биләр, байлар, ҡошсо, балыҡсы, көҙөй. ҡыуаҡан, танып, юрматы, гәйнә, табын, йылан, гәрәй, әйле, меңле, ҡаңны һәм башҡалар... шулайтып һәр килгән ҡәүемде үҙ эсенә алған, ер биргән, ил билгән, тел биргән, тигәндәй...”
Беҙҙең Хәйбулла районында бөрйәндәр, үҫәргәндәр, ҡыпсаҡтар йәшәй. Ялан Ҡыпсағы тигән ауыл бар ине, хәҙер юҡ ул, шунда ҡара-ҡыпсаҡ ҡәүеме йәшәне. Шул ауылдан өс саҡрымда Айыулы тигән ауылда уҡыттыҡ, шунда ла кешеләрҙән һораша торғайным. Баяғы минең һорашыуымдың, ҡыҙыҡһыныуымдың сәбәбе бер – кейемдәрен өйрәнеү.
Көньяҡ-көнсығыштағы ете ырыу башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейемдәре бик төрлө, бәлки, бынан башҡалары ла барҙыр... Мин үҙем күргән-белгән кейем-күлдәктәрҙе тегеп күрһәтергә тырыштым.”