ЗауҠыл зат - ӘсмӘ усманова

 

Сәрүәр Сурина

 

ЗАУҠЫЛ ЗАТ - ӘСМӘ УСМАНОВА

Әсмә Мәүлембирҙе ҡыҙы Усманова (1928-2013) Хәйбулла яҡтарын ғына түгел, Башҡортостанды һәм Рәсәйҙе барлап сыҡҡан илһөйәр, йыраусы, тарихсы, хикәйәтсе ине. 36 йыл мәктәптә математика уҡытыусыһы, 1983 йылда үҙе ойошторған «Ҡош юлы» фольклор ансамбле етәксеһе, 1992 йылдан Хәйбулла тыуған яҡты өйрәнеү музейында «Этнография» бүлеген туплаусы хеҙмәткәр, “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәре» тәүге коллекцияһы авторы... Башҡортта нисә ырыу бар, шунса кейем төрө... Был уникаль монаят-йыйынтыҡ - Әсмә Мәүлембирҙе ҡыҙы Усманованың ижады. 2020 йылғы Бөтә донъя Фольклориадаһы, 2021, 2022 йылғы Халыҡ-ара “Тамға” фестивалдәрендә башҡорт милли кейеме триумф кисергән осорҙа Әсмә Мәүлембирҙе ҡыҙы Усманова кеүек зауҡыл заттарыбыҙҙы ла хәтерләп үтәйек, өйрәткәндәре өсөн рәхмәт уҡыйыҡ.

Әсмә Мәүлембирҙе ҡыҙы әңғәмәһен атаһының әсәһенән – ҡәрсәһенән отҡан бер һамаҡ менән башлап ебәрер ине:

Тамъянымдың еләнендә

Һигеҙ ожмах асҡысы,

Шул ожмахтарға менергә

Булһа ине баҫҡысы.

 

“...Мин атай-әсәйемдең ун бер балалы күмәк ғаиләһендә иң оло бала булдым, иртә ҡул араһына индем. ...Беренсе класҡа уҡырға төштөк. Ул саҡта модаға ингән кишмер (кашемир) яулыҡ бөтәбеҙҙә лә тиерлек бар, заманында иң матур кейем. Уҡытыусыбыҙ яулыҡты дәрестә ябынып ултыртмай, тыя. Арҡабыҙға ғына һалып ултырырға яраймы, тип һорай батырыраҡ ҡыҙҙар. Ярай, тип рөхсәт итә. Бөтәбеҙҙең дә яулыҡтар бер ишерәк булғас, буталып-алмашынып ҡуймаһын өсөн: «Әсәй, яулығыма тамға ҡуйып бирсәле,» - тинем. Әсәйем яулыҡ ситенә бер билдә сигеп ҡуйҙы. Ҡыя сигеп эшләнгән билдә. «Был – ҡыя сигеү,» - тине. Йәшлектә беҙгә эш етерлек булды. Колхоз эшенә йөрөйбөҙ. Кашауарҙар аш өлгөрткәнсе, ял ваҡытында ҡыҙҙар ҡулъяулыҡ сигә. Эре ҡыя сигеү ысулы менән сигәләр. Кемдер ял мәлендә уйнай ҙа шаяра, ә мин ҡул эше тотҡан кешегә текләп-ҡарап, оторға тырышып ятам. Бәләкәйҙән шулай ҡыҙыҡһынғанмын. Ул ваҡытта, өйрәнәм, тигәнмендер инде, халыҡҡа ҡайтарам, тимәгәнмендер. Шуға әсәйем әйткән була торғайны: «Әсмәне мин бер нимәгә лә өйрәтмәнем, Әсмә үҙе өйрәнде», тигән булыр ине. Әсәйем үҙе лә бик оҫта булды. Һуғыш ваҡытында ҡыҙҙарҙы “английский вязка” менән шарф бәйләп өйрәтә торғайны. Теген машинаһы булманы, ҡул менән һырып тегә ине. Тун да текте, кейем дә. «Майғулланып, бесәлләнеп текмәгеҙ, ныҡ итеп тегегеҙ», - тип беҙ теккән нимәне яратмай, кире һүттереп, үҙенсә эшләтер ине. Ҡораманы ҡул менән ҡората торғайны.

Ә бейемемдең «Зингер» машинаһы булды, был яҡта һирәк булһа ла осраны ул. Коммерсанттар ул заманда ла йөрөгәндер, бабайы алып биргән, күрәһең. Иптәшем, беҙ өйләнешкәс, минең тегенергә яратҡанды һиҙепме, мотоцикл менән йөрөп кешенән шунса-шунса йомортҡа йыйып тапшырып, миңә лә машинка алып бирҙе. Машинкала тегә белмәй инем, үҙе тегеп өйрәтте. Шулай аңлы, белдекле булды. Әсәһе кешегә кейем тегеп, арыу йәшәгән улар, бәлки шуға мине лә һөнәрле булһын тип, тырышҡандыр. Бәлки, бейем дә аҡыл биргәндер...”

 

“...Әсәйемдең ике еләне булды. Боронғо тамъян еләне менән үҫәргән еләне. Ике ҡәрсәйем булды – ҡартатайымдың ике әбейе. Береһе – тамъян ҡыҙы, икенсеһе – үҫәргәндеке. Шулайтып, әсәйемде, буласаҡ киленде, кейәү йортонда ике бейем көтә, икеһе лә киленгә үҙ ырыуының затлы еләнен әҙерләй.

Икенсе класта ғына уҡый инем, әсәйем миңә үҙенең баяғы ике еләнен һүтергә ҡушты. Бик матур мөһөрҙәр баҫып сигелгән, боронғо оҫта теккән еләндәрҙең тауары күмәк баланың өҫ-башын йүнәтергә, кейем тегергә кәрәк булғандыр. Ике ҡәрсәйем нишләргә белмәй уфтанышып, доға ҡылып, аптырашып ултырҙылар, тик әсәйемдең ҡарарына ҡаршы бер ни ҙә эшләй алманылар. Мин балалығым менән уларға ҡушылып «аллаһы әкбәр» тип тә әйтә белмәгәнмендер, әммә шул тиклем һүткем килмәне. Шул хәтлем ҡыйын булды миңә, бала ғына көйөмә, ул еләндәрҙе һүтеүе.

Шул ирекһеҙҙән ҡылған ғәйебемде ҡаплар өсөнмө, мин ғүмер буйы елән тегеү хаҡында уйланым, халыҡты, йәштәрҙе еләнле – кейемле итеү тураһында хыялландым.”

 

Бөйөк Ватан һуғышы йылдары. Яланғаслыҡ, аслыҡ, юҡлыҡ... Ун йәшлек Әсмәгә әсәһе үҙенең еләндәрен һүтергә ҡуша... Боронғо затлы еләндәрҙе һүтергә өлкәндәрҙең ҡулы бармай, ә бала кеше тыңламай нишләһен.

 

Ике ҡәрсәһе ике яғында доға уҡып, алланан ғәфү үтенә, йөрәге һыҙлап ҡына ҡыҙ бала үҙенең ырыу еләндәрен һүтә. Ошо мәлдә уның алдына тағы ла олораҡ бурыс ҡуйылғандай була – ҡасан да булһа был еләндәрҙе яңынан тегергә, халыҡҡа ҡайтарырға… Донъялағы – донъялыҡта бит.

Әсмә Мәүлембирҙе ҡыҙы артабан һөйләй:

 

«...Әсәйем мине уҡытмайым, ти. Ҡыҙҙар уҡымай, һин дә уҡыма, ти миңә. Сик ауылынан Әбешкә ете саҡрым, шуны өс йыл көн һайын йөрөп уҡыным. Ҡыш етһә, ҡар яман. Беҙҙең ауылдан биш малай йөрөй, ҡыҙҙарҙан мин бер үҙем. Урман аша ҡар тәрән. Алдан малайҙар, тубыҡтан ҡар йырып, алмашлап юл һалып бара, мин - иң арттан. Ҡыҙрасов Шәрифйән, Садиҡа, Турйән, минең ҡустым... Яҙ булһа, тағы ла яманыраҡ. Һаҡмар таша... Ярҙан ярға урғып ята. Боҙ китә. Ҡараһыу ваҡыты башлана. Ә беҙ һаман йөрөйбөҙ. Элек Һаҡмарҙан бүрәнә ағыҙыу - сплав булды бит. Малайҙар Сиктән Әбешкә (Һаҡмар буйындағы ауылдар) ағып төшөргә әүәҫләнде. Ике-өс бүрәнәне тотоп скоба менән бергә нығыталар ҙа таяҡ-фәлән менән ишеп, ағып төшөп китәбеҙ. Ҙур яҫы ҡайын туҙын түшәйҙәр миңә. Мин шул туҙ өҫтөнә сүгәләп ултырам. Нисек аяғым талмай!? Сиктән Вәзәмгә ағып барабыҙ, унда беҙҙе тағы малайҙар көтөп тора... Байгилдин Солтан, Ибраһимова Ғәлиәләр, Ғаяз ҡушыла... Эргәлә генә һыу ҡайнап ята. Әбешкә саҡлы ағып төшәбеҙ ҙә бүрәнәнән скобаны ысҡындырып тотоп кире алып ҡайтып китәбеҙ, иртәгеһенә йәнә бүрәнә тотабыҙ... Беҙҙе тыйһалар ҙа тыңламаныҡ микән, нишләп улай йөрөгәнбеҙҙер, хәҙер иҫкә төшөрөүе лә ҡурҡыныс. Юл ҡалған ваҡытта шулай йөрөнөк.

 

...Урта мәктәп районда берәү – Аҡъярҙа ғына бар. Ятып уҡырлыҡ интернат-ятағы ла юҡ. Унынсы класҡа Өфөләге 3-сө мәктәпкә юлларға булдым. Мәктәп директоры документымды бирмәй. Һин дә китһәң, экзамен бирерлек кеше ҡалмай, ти. Беҙҙән алдағы йылда мәктәпте ете кеше бөтөргән, рус теленән сочинение яҙа алмайынса, етеһенә лә документ-аттестат бирмәгәндәр. Бахырсыҡтар... Уларҙы был төпкөлдә кем уҡытҡан тиһең руссаға йүнләп. Күпме яҙмыш, күпме тормош шулай баҫылып ҡалған.

Мин киттем завроноға. Барыбер миңә документымды бирмәнеләр. Унынсы класты тамамларға Аҡъярҙа ҡалдым.

Фатирҙа ятып уҡымайым, ятаҡ бирегеҙ, тип тағы үҙем барып ныҡыштым. Ҡустым менән икебеҙгә бер мөйөштән бүлмә бирҙеләр. Атайым утын килтерҙе, мейес яғабыҙ. Стеналары яланғас, бер нимә юҡ. Шунан мин марля һымаҡ бер тауар табып алдым. Шуны йыуып, тәҙрә ҡормаһы яһап, сигеп элеп ҡуйҙым – кешеләр инеп ҡарай торғайны, был ғәжәпте нисек эшләнең, тип. Әсәйемә ҡайтһам, уның өйөн биҙәйем. Кейәүгә китер ваҡыт еткәс, тағы әҙерләнем сигеү-фәләнде. Етешмәгән ваҡыт, заманаһы шулай булды... Уҡыйым, ти ҙә тораһың, тип һуҡраныр ине әсәйем бахыр, бала күңеле далала булған шул...»

 

“ ...Башҡорттарҙың ошоғаса һаҡлап алып ҡалған берҙән-бер нәмәһе – үҙҙәренең биҙәктәре. Шулай итеп, арыу-талыу белмәгән егәрле башҡорт ҡатыны – үҙ халҡының сәнғәтен һәм гүзәллеген һаҡлаусы ул. ”