Бәйге II этапта үтә.
I этапта бөтә конкурсанттар ҙа ҡатнаша. Бәйгесе төркөмдә тәҡдим ителгән темалар эсендэ ижад итә.
Март, апрель айҙарында - икешәр, май айында бер тема бирелә. Һәр темаға яуапты үҙ ваҡытында яҙыу кәрәк.
– Һәр темаға ижад итеүселәрҙе жюри ныҡлы иғтибарға аласаҡ.
– Ҡатнашыусы һәр темаға ике-өс сәсәнлек эшен ебәрә ала.
– Интернет селтәрендә күп лайктар йыйыусы бәйгесе-сәсәндәр II этапҡа үтә. Шулай уҡ жюри II этапҡа айырым ижадсыларҙы һайлап ала.
Бәйгеселәр 12 июнь Ишембай районы Торатау итәгендә үткән сара сиктәрендә “Әйтеш”тә көс һынаша.
Иҫкәрмә. Шулай уҡ үҙегеҙҙең ижад өлгөләренән тыш, бәйге шарттарына ярашлы, ата-олатайҙарығыҙҙан, әсәй-өләсәйҙәрегеҙҙән ҡалған ҡобайыр-бәйет, әйтештәрҙе һ. б. тәҡдим итә алаһығыҙ. Улар айырым бүләкләнәсәк.
Жюри
Бәйгеселәрҙе баһалау өсөн жюри составына күренекле ғалимдар, яҙыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм эшмәкәрҙәре, халыҡ ижады белгестәре йәлеп ителә.
Йомғаҡлау
Бәйге 1 мартан башланып 1 июнгәсә дауам итә.
Еңеүсе 12 июнь Торатау итәгендә үтәсәк әйтештә асыҡлана. Унда жюри Байыҡ Айҙар сәсән исемендәге сәсәндәр бәйгеһе еңеүсеһен билдәләйәсәк.
Еңеүселәр иҫтәлекле приздар менән бүләкләнә.
Шулай итеп, хәйерле сәғәттә, йәмәғәт! Сәсән ата-бабаларыбыҙҙың ҡаны беҙҙең дә тамырҙарыбыҙҙа аҡҡанын иҫбатлайыҡ!