Байыҡ ай ҙар сәсән исемендәге
республика сәсәндәр бәйгеһе
Байыҡ сәсән (1710-1814) — күренекле башҡорт сәсәне, шағир-импровизатор, азатлыҡ өсөн көрәшеүсе.
Байыҡ сәсән Златоуст өйәҙенең Мырҙалар волосындағы (хәҙер Башҡортостандың Салауат районы) Мәхмүт ауылында 1710 йылда тыуған. Ул XVIII быуаттағы башҡорт ихтилалдарының, Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышының һәм 1812 йылғы Ватан һуғышы осоро ваҡиғаларының шаһиты булған. Байыҡ Салауаттың атаһы Юлай, уның атаһы Аҙналы менән Әй буйын биләгән Байназар тархандың улы булған. Байназар тархандың биш улы: өлкәне Байыҡ, икенсеһе Танып, өсөнсөһө Тайып, дүртенсеһе Ҡайып, бишенсеһе Танһыҡ булған.
Байыҡ бик йәшләй сәсән булып танылған, шунлыҡтан атаһынан да бик иртә айырылып, йәйләүҙәрҙән йәйләүҙәргә йөрөп ил гиҙгән. Байтаҡ ғүмерен ҡаҙаҡ араһында ла үткәргән. Ләкин тура һүҙле сәсән был яҡтарҙа ла тыныслыҡ тапмаған. Ҡаҙаҡ аҡыны менән әйтешкәндә Абылай солтанға һүҙ тигеҙгән, ти. Байыҡ сәсән башында хандар тажына оҡшатып сәс толомо, йәки айҙар, йөрөтөр булған, сәсәндең Айҙар ҡушаматы ла шунан тороп ҡалған. (Байыҡ сәсән ошо ваҡиғаларҙан һуң киренән Уралға ҡасып ҡотолған). Тыуған иленә ҡайтып, аҡһаҡалдар менән кәңәшләшеп, «Салауат тигән исемең ишетеп беләм ҡолаҡтан» тип уның менән бергә яу киткән. 1812 йылғы француз яуы башланғас, аҡ һаҡалы биленән ашҡан Байыҡ Айҙар сәсән көтмәгәндә батырҙарҙы яуға оҙатҡан йыйынға килгән һәм илһамлы ҡобайырын әйткән:
Мәскәүҙә ҡупҡан шау, тиҙәр,
Килеп баҫҡан яу, тиҙәр,
Француз булһын, кем булһын-
Ситтән килгән ят булыр.
Унан илгә ҡот булмаҫ,
Баҫҡан ере ут булыр,
Сыңғыҙҙай эт булыр.
Халыҡ Байыҡты танып, шунда уҡ умарта ҡортондай гөжләшеп яуға күтәрелгән, ти. Байыҡтың улы Әхмәт тә атаһы ҡулынан ҡылыс алып яуға киткән. Легендаларға ҡарағанда Байыҡ сәсән 102 йәшендә француз яуынан ҡайтҡан батырҙарҙы «Байыҡ», «Әхмәт Байыҡ» йырҙарын уйнап, йырлап ҡаршы алған, ти.
Байыҡ сәсәндең баҫылып сыҡҡан киң билдәле ҡобайырҙары: «Байыҡ сәсәндең Салауат батырға әйткәне», «Байыҡ сәсәндең ҡаҙаҡ аҡыны Бохар менән әйтешкәне», «Байыҡ сәсәндең батырҙарҙы француз яуына оҙатҡаны», «Байыҡ сәсәндең ҡайтанан килеп сыҡҡаны, халыҡҡа туғанлыҡты аңлатҡаны» һ.б.
Сәсән – халыҡ риүәйәтсеһе, шағир-импровизатор, халыҡ ижады әҫәрҙәрен ижад итеүсе һәм башҡарыусы йырсы-импровизатор.
Ошоларҙан сығып, Республика Халыҡ ижады үҙәге, «Шоңҡар» Республика йәштәр журналы, Башҡортостан Республикаһының сәсәндәр үҙәге менән берлектә Байыҡ Айҙар сәсән исемендәге сәсәндәр бәйгеһен иғлан итә.
Бәйгенең маҡсаты
- Халыҡ ауыҙ-тел ижадын пропагандалау;
- Сәсәнлек мәктәбен ҡабаттан тергеҙеү;
- Сәсәндәр ижадына һөйөү тәрбиәләү.
Шарттары:
– конкурс йәш буйынса сикләнмәй, сәсәнлек һәләте булған һәр кем ҡатнашыу хоҡуғына эйә.
– ҡатнашыусы мотлаҡ ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларын, эпостарҙы яҡшы белергә тейеш.
– уй-фекерҙәрҙе, хис-тойғоларҙы, ҡараштарҙы мөмкин тиклем сәсәндәр эш иткән жанрҙарҙа (эпос, ҡобайыр, иртәк, бәйет, йыр, әйтеш һ.б.) бәйән ителә.
– бәйге Интернет селтәрендә - «БӘЙЛӘНЕШТӘ» (В КОНТАКТЕ) “Байыҡ Айҙар сәсән исемендәге сәсәндәр бәйгеһе-2018” https://vk.com/club162654874 төркөмөндә барасаҡ. Иң ҡыҙыҡлы, актуаль темаларҙы сағылдырған эштәр йыл әйләнәһенә «Шоңҡар» журналы биттәрендә донъя күрәсәк.