Кәримова Зәлиә Радик ҡыҙы
Башҡортостан Республикаһы
Күгәрсен муниципаль районының
Мәҡсүт ауылы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Кәримова Зәлиә Радик ҡыҙы
«Көршәк тау» атамаһының килеп сығышы.
Тикшерҙе: Сафина Гүзәл Ишбулды ҡыҙы
Мәҡсүт урта мәктәбенең башланғыс
кластар уҡытыусыһы
Мәҡсүт
2016
Йөкмәткеһе
1. Инеш.................................................................................................................3
2.Төп өлөш..........................................................................................................5
2.1. Көршәк тау..................................................................................................5
2.2. Көршәк тауға экскурсия..............................................................................6
2.3. Тауға бәйле легенда....................................................................................7
3. Йомғаҡлау........................................................................................................8
Ҡулланылған әҙәбиәт.........................................................................................9
Ҡушымта
1. Инеш.
Ер йөҙөндә йәшәгән һәр бер кешегә лә үҙенең тыуған яғы, йәшәгән ере яҡын, күңеленә ята. Нимә һуң ул тыуған ер? Ул беҙҙең тәү аяҡ баҫҡан ишек алдыбыҙ, тыуған урамыбыҙ, ауылыбыҙ, районыбыҙ, тәбиғәтебеҙ. Мин йәшәгән Туйөмбәт ауылы - минең бәләкәй тыуған ерем. Һәр кеше уны яратып ҡына ҡалмаҫҡа, ә уның тураһында ҡыҙыҡһынырға, өйрәнергә, күберәк белергә тейеш. Бигерәк тә ауылыңдың килеп сығышын, ер-һыу атамаларын белеү бик ҡыҙыҡлы.
Беҙҙең ауылыбыҙ тирә – яҡта бөйөк әҙибәһе - Зәйнәб инәй Биишева менән менән генә дан тотмай, ә уңған халҡы, ауыл эргәһенән генә аҡҡан Оло Эйек йылғаһы, еләк-емешкә бай туғайҙары, кейек-януарға бай “Ҡыҙҙар тауы”, урманы менән данлыҡлы.
Беҙ көн дә бик күп географик атамалар менән танышабыҙ, уларҙы ишетәбеҙ. Ауыл, ҡала, район, йылға, тау, күл, шишмә атамаларын өйрәнеүсе фән – топонимика тип атала. Был атамаларһыҙ беҙгә бер-беребеҙҙе аңлауы ҡыйын булыр ине. Шулай уҡ топонимика был атамаларҙың килеп сығышын, тарихын да өйрәнә. Топонимика фәненең бер тармағы – ул оронимдар. Ороним – тау, ҡалҡыулыҡтарҙың атамаларын өйрәнә.
Бер көндө мин атайымдың “Көршәк тау” тураһында һөйләүен ишетеп ҡалдым. Шунда уҡ, «Ҡайҙа икән һуң ул Көршәк тау, ни өсөн Көршәк тау тип атағандар уны?», - тигән һорау тыуҙы. Һәм миндә был тау тураһында нығыраҡ белеү, өйрәнеү теләге тыуҙы.
Беҙҙең эҙләнеү эшенең темаһы: « Көршәк тау» атамаһының килеп сығышы.
Эҙләнеү эшенең актуаллеге: һәр бала тыуған ауылының ер-һыу атамаларының килеп сығышын белергә тейеш.
Эҙләнеү эшенең маҡсаты: Көршәк тау атамаһының килеп сығышын өйрәнеү, иптәштәремдә ер-һыу атамаларына ҡыҙыҡһыныу уятыу.
3
Бурыстары:
1. Тауға экскурсияға барыу.
2. Атаманың килеп сығышы тураһында ололарҙан һорашыу.
3. Тема буйынса гәзит, журналдарҙағы материал менән танышыу.
Эҙләнеү объекты: Туйөмбәт ауылы эргәһендәге «Көршәк тау».
Эҙләнеү методтары: Экскурсияға барыу, гәзиттәрҙән материалдар менән танышыу, оло кешеләрҙән тема буйынса һөйләшеү.
Эҙләнеү предметы: был тауға бәйле материалдар.
Актуаллеге: һәр бала тыуған ауылының ер-һыу атамаларының килеп сығышын белергә тейеш.
2.Төп өлөш.
2.1 Көршәк тау.
Мин, тау тураһында күберәк белеү өсөн атайымдан был тау тураһында һөйләүен һораным. Атайым бәләкәй сағында, Граждандар һуғышы ваҡытында, был ерҙәрҙә аҡтар урынлашҡан булған. Эйек йылғаһы буйлап ҡыҙылгвардия отряды үтергә тейеш булған. Шул алыштан ҡалған эҙҙәр оҙаҡ йылдар һаҡланып ҡалған. Элек йәштәр шул тау тирәһенә барып уйын уйнаған булғандар. Көршәк тау башынан Туйөмбәт ауылы тирәһендә урынлашҡан 18-ләп ауыл күренеп тора.
Ауылдашыбыҙ Хөсәйенов Хөрмәт Сәлих улы үҙенең Мораҙым район гәзитендә сыҡҡан мәҡәләһендә Көршәк тау тураһында былай тип яҙа: « Бай ауылының көнбайышында бер тау һырты бар. Шул тауҙа ҙур ғына көршәккә оҡшаған ҙур ғына таш ята. Һырттың исеме лә шунан килә».
5
2.2. Көршәк тауға экскурсия.
Тыуған ер һәр кемгә ҡәҙерле, һәр кемгә ғәзиз, матур булып күренә.
Үҙемә был тауҙы өйрәнеү маҡсатын ҡуйғас, мин дуҫтарыма ла ҡыҙыҡһыныуымды белдерҙем. Үҙемдең ҡыҙыҡһыныуым тураһында уҡытыусыма әйткәс, беҙ классташтарым менән был тауға экскурсияға юлландыҡ. Көршәк тауы ауылыбыҙҙан 1 километр самаһы алыҫлыҡта ята. Юлда китеп барғанда, бик матур ҡайынлыҡҡа тап булабыҙ, шуның эргәһенән Троицкиға барған юл үтә. Юл тауға менгәс төньяҡта, Көршәк тау ҡалҡып тора. Китеп барғанда бик күп төрлө таныш булмаған үләндәр осораттыҡ, тауҙа бик күп ҡарағай ағастары үҫкәнен күрҙек. Барып еткәс, тауҙың битләүендә бар ҙур ғына ташҡа тап булдыҡ. Ул ташта ысынлап та көршәк кеүек бер соҡоро бар. Ошо көршәккә оҡшап торған соҡоро өсөн дә был тауҙы Көршәк тау тип атағандар икән. Таштың өҫтөндә төрлө эҙҙәргә оҡшаған нимәләр күрҙек. Был ерҙә һауа һалҡынса, саф булыуы шунда уҡ һиҙелде. Йәй көнө был ерҙәрҙә еләк бик уңа. Әсәй - өләсәйҙәребеҙ ҡышҡылыҡҡа төрлө дарыу үләндәрен йыйып алып ҡайтып киптерәләр. Таштың тирә-яғын ағас, ботаҡтарҙан таҙартҡас, яланда ултырып кисерештәребеҙ менән уртаҡлашып сәй эсеп алдыҡ.
6
2.3. Тауға бәйле легенда.
Беҙҙең ауылыбыҙ ер-һыуға бик бай ерҙәрҙең береһе. Уларҙың һәр-береһенең атамалары, килеп сығышы, легендалары, ырым-ышаныстары бар.
Атайым был тау тураһында бер ырым-ышаныс йәшәп килеүе хаҡында һөйләне. Әгәр ҙә ауылда бик оҙаҡ ҡоролоҡ булып, ямғыр яумай торһа, таузың соҡорона хоҙайҙан һорап, һыу һала торған булғандар. Шунда уҡ ергә һеңдереп ямғыр яуып китер булған.
Беҙ ҙә был һынамыштың дөрөҫ булыуын, булмауын асыҡлар өсөн экскурсияға барған көндө соҡорға һыу ҡойҙоҡ. Ысынлап та ике көн үтеүгә ауылыбыҙҙа әҙ генә ямғыр һибәләп үтте. Боронғолар һөйләүе бик дөрөҫ булғанына ышандым.
7
Йомғаҡлау.
Ысынлап та, ер-һыу атамалары Тыуған илгә, ергә һәм үҙ телеңә һөйөү тәрбиәләй, беҙҙең тәбиғәткә ыңғай ҡарашыбыҙҙы үҫтерә.
Эҙләнеү эше башҡарғанда төрлө ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрғә тап булдым. Дөйөм алғанда , миңә был эште башҡарыуы ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла булды. Үҙ бабаларым, тыуған ерем тарихын әҙ генә булһа ла белдем.
Артабан тыуған ауылымдың топонимик атамалырын нығыраҡ өйрәнеү теләге тыуҙы. Беҙ ул атамаларҙы өйрәнеп, ауылыбыҙҙың үткәнен, тарихын белә аласаҡбыҙ.
8
Ҡулланылған әҙәбиәт
1. «Ата-бабам баҡҡан ер» Фәтих Азаматов
2. «Мораҙым» гәзите. 2013 йыл, 17 октябрь һаны.