4-се төркөм - 35 йәш һәм унан өлкәндәр.

 

Урал аръяғы Йәмәғәт Баймаҡ биләмә-ара үҙәк

башланғыстары берлеге рәйесе китапханаһы директоры

Солтанов И.М.______________ Мортазина З.В_____________

 

 

проект “Иң тәүге нәфис сәскәләр бары һеҙгә, әсәләр!” исемле шиғыр һөйләүселәр интернет видеоконкурсы

ПОЛОЖЕНИЕҺЫ ПРОЕКТЫ

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы, Урал аръяғы Йәмәғәт башланғыстары берлеге менән берлектә “Иң тәүге нәфис сәскәләр бары һеҙгә, әсәләр!” исемле шиғыр һөйләүселәр интернет видеоконкурсы иғлан итә.

1. Дөйөм шарттар

1.1 Ошо шарттар шиғыр конкурсын ойоштороу һәм үткәреү өсөн нигеҙ булып тора. Ойоштороу комитеты конкурсты үткәреү тәртибен һәм уҙғарыу ваҡытын, сығыштарҙы баһалау критерийҙарын билдәләй. Киң мәғлүмәт саралары аша Конкурс хаҡында хәбәр итә.

1. 2. Конкурсты ойоштороусы булып Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы, Урал аръяғы Йәмәғәт башланғыстары берлеге сығыш яһай.

1.3. Конкурс башҡорт шағирҙарының ижадын киңерәк пропагандалау, тәрәнерәк өйрәнеү, йәш быуында арҙаҡлы ижадсыларҙың ижади эшмәкәрлегенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында ойошторола.


2. Конкурста ҡатнашыусылар

2.1. Конкурста башҡорт телендә шиғыр һөйләргә яратҡан һәр кем ҡатнаша ала. Уларҙың видеояҙмалары 4 төркөмдә баһаланасаҡ:

1-се төркөм - 10 – 17 йәш,

2-се төркөм - 18 – 25 йәш,

3-сө төркөм - 26 – 35 йәш,

4-се төркөм - 35 йәш һәм унан өлкәндәр.

3. Конкурста ҡатнашыу тәртибе

3.1. Конкурсанттар башҡорт шағирҙарының әсәй тураһындағы бер шиғырын (йәки поэманан өҙөктө) яттан тасуири һөйләп видеоға төшөрөргә, исем-шәрифен, йәшен, ҡайҙан булыуын күрһәтеп, видеояҙманы “Бәйләнештә” социаль селтәрендә асылған

https://vk.com/conkurs_chtesov “Иң тәүге нәфис сәскәләр бары һеҙгә, әсәләр!” махсус төркөмгә һалырға тейеш һәм социаль селтәрҙә #roosoiz #союзобщественныхинициативзауралья #Баймакбиблиотека дөйөм хештегтарын яҙып сығарыуы мотлаҡ.

4. Шиғыр һөйләүгә, видео төшөрөүгә талаптар

4.1. Шиғыр яттан һөйләнелеүе мотлаҡ. Бер ҡатнашыусы бер генә шиғыр менән сығыш яһай ала.

4.2. Видеоға төшөргән ваҡытта телефонды горизонталь рәүештә тотоп, ҡалтыратмай яҙырыу зарур (махсус штатив ҡулланыу яҡшыраҡ). Видеоның сифатына ныҡлы иғтибар биреләсәк.

4.3. Шиғыр һөйләү ваҡыты 3 минуттан артмаҫҡа тейеш.

4.4. Шиғырҙы музыка менән биҙәргә, костюм һәм башҡа атрибутикалар ҡулланырға мөмкин. Әммә төп иғтибар тасуири уҡыуға һәм шиғырҙың көсөн, мәғәнәһен тулы килеш биреү һәләтенә йүнәлтеләсәк.

5. Конкурсты үткәреү тәртибе

5.1. Социаль селтәргә һалынған видеояҙмалар баһалама төркөмө тарафынан ҡаралып, еңеүселәр билдәләнәсәк һәм байрам алдынан бүләкләнәсәк.

6. Үткәрелеү ваҡыты: 2022 йылдың 14 февраленән 28 февралгә тиклем.

7. Бүләкләү

7.1 Һәр бер төркөмдөң абсолют еңеүсеһе «Умная колонка Яндекс.Станция»-һы менән бүләкләнәсәк (ситтәге ҡатнашыусылар өсөн бүләкте урындан килеп алыу мотлаҡ)

Белешмәләр өсөн телефон: 3-16-74.

Ойоштороу комитеты.