Бөтәһе лә белгән Кеше
Морат Солтанов
Бөтәһе лә белгән Кеше
Бөтәһе лә белгән Кеше йәйге урман буйлап атлай ине. Ул аяҡ баҫҡан ерҙә ҡоштар шат һайрауынан туҡтар, талғын елдә ағас япраҡтары ҡыштырламаҫ булды. Йыландар ситкә шыуышты, сиңерткәләр арыраҡ һикерҙеләр, сысҡандар сыйылдашып ояларына йәшенделәр. Хатта үләндәр ҙә, “минең өҫтөмә баҫмаһа ине” тигәндәй, бер яҡ ситкә йығылдылар.
Асыҡҡайны һәм сарсағайны Бөтәһе лә белгән Кеше. Әммә ашарына тип бәшмәк-еләк эҙләһә лә, бәшмәктәре тик ағыулы булды, еләктәрҙән дә бүре емеше генә осраны. Сылтырап аҡҡан саф шишмәнән тубыҡланып һыу эсергә итһә, уныһы буръяҡланып китте. Тик барыбер йотлоғоп эсте Ул уны...
Һыуһыны ҡанғас, бөтәһе лә белгән Кеше ары атланы. Кискә табан Ул бер ауылға барып инде. Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына иң ситке өйҙөң ишеген шаҡыны. Ләкин бәлтерәп бөткән ҡарсыҡ Уны төнгөгә индермәне. Башҡа йорттарҙа ла, бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә генә, ишекте ябып бикләнделәр. Бында ла Уны беләләр ине. Кеше арғы остағы бер ташландыҡ өйгә инеп бысраҡ иҙәнгә ятты. Ҡурҡыныс төштәр күреп һаташып йоҡланы Ул…
Таң менән тороп, Кеше тағы юлға сыҡты. Ҡояш, Уны күрергә теләмәгәндәй, болоттар артына ҡасты, ә улары, Кешенең баш осонда торғолары килмәйенсә, ямғыр булып яуҙылар. Тамсылар тиҙерәк ергә һеңергә тырышты, юл туҙанланды. Ләкин хатта юл туҙаны ла был Кешенең итектәренә ятманы…
Төш етеүгә тағы бер ауылға инде бөтәһе лә белгән Кеше. Бында ла Уны кешеләр өйгә индермәне, тик әллә аптыраулы, әллә нәфрәтле, әллә һағышлы ҡараштар менән оҙатып ҡалдылар.
Бөтәһе лә белгән Кеше донъя ҡыҙырып оҙаҡ йөрөнө. Береһе лә Уға яҡшы итеп тә, насар итеп тә һүҙ ҡушманы, төнгөлөккә индермәне, аш-һыу бирмәне.
Бер шатлыҡ-ҡыуанысы ла юҡ, бәхетһеҙ ине был Кеше. Береһе лә Уның ҡайҙан икәнен дә, нисә йәштә икәнен дә, хатта исемен дә белмәне. Бөтәһе лә Уның ни эшләгәнен генә белделәр.
Ул Алланы үлтергән Кеше ине…