Күршеләр һәм кешеләр
Шаяртыу. Бер күренештә.
Ҡатнашалар:
Сания – күптән түгел, ирен юғалтҡан тол ҡатын. Хаҡлы ялда.
Миҙхәт – уның күршеһе.
Әлиә – Миҙхәттең ҡатыны.
Бай булмаған өй эсе. Сәхнә уртаһында бер стена, уныһының уртаһында тәҙрә, антеннаһы күтәрелгән радио эленеп тора. Стена буйында урындыҡ, урындыҡта Сания. Яңы йоҡонан торған, кейенгән, әммә урынын йыйыштырмаған.
Сания. Әҙеһәм! Әҙеһәм! (Яуап юҡ). Ҡарт ишәк, ҡайҙа булды ул тағы!? (Шым ултырғандан һуң) әй-й, бахыр мәрхүм булып ҡалды бит әле, ҡырҡын да кисә генә уҡыттым. Ниңә һуң әле мин уны тере тип торам? Бәй, төшкә керҙе бит. Һарай башына тороп алған да, бурысымды түлә, ти (тәҙрә аша тышҡа ҡарап ала ла кире боролоп ултыра). Бурысымды түлә, Сания, тип ҡысҡыра. Исемемде лә матур ғына әйтә ине ул – Сания...
Стеналағы тәҙрәлә Миҙхәт күренә.
Миҙхәт (Сания менән бергә). Сания! (Сания хисләнеп ултыра бирә) Сания тейем һиңә, әллә йоҡлап ултыраһың!?
Сания (тертләп тәҙрәгә боролоп ҡарай). Әттәгенәһе! Миҙхәт! Нимә кеше ҡурҡытып йөрөйһөң? Бөтәһенең дә күршеһе күрше кеүек ишектән инә, һин генә йәш кейәүҙәй тәҙрә сиртеп йөрөйһөң.
Миҙхәт. Ә нимә, йәш кейәү була алмайым тиһеңме? Минең хәлем әле оһо-һой, атҡа менерлек.
Сания. Менерлектер ҙә... Ни йомошоң бар?
Миҙхәт. Ошолай тура һорарыңдан ҡурҡҡайным да. Нисек әйтергә лә белмәйем. Үҙең уҡы ла ҡуй (бөкләнгән ҡағыҙ сығарып тоттора).
Сания (тиҙ-тиҙ уҡып). Был тағы нимә тигән һүҙ?
Миҙхәт. Әҙеһәм миңә һинән иртәрәк үлһәм, тракторымды ал, тигәйне. Шуның артынан килдем әле. Саммый бесән мәле етеп килә. Әле ҡырға сығып байҡап килдем, үлән үҫкән. Һинең сабындығың да гөрләй. Хәҙер бер үҙең бесәнен нисек эшләрһең? Балаларың ялдарын ҡырҡына тап килтергәстәр, башҡа йөрөй алмаҫ. Тракторҙы бирһәң, һинекен дә сабып бирермен, йыйып, алып ҡайтышырмын да.
Сания. Бурысымды түлә, ти ине. Ошо турала һүҙе булғандыр. Нимә эшләргә лә белмәйем.
Миҙхәт. Нисек инде белмәйһең? Тракторыңды бир, үҙең менеп йөрөмәйһең бит. Ә был документ (баяғы ҡағыҙҙы һелкетеп күрһәтә) ул рәсми статусҡа эйә. Мәрхүмдең һуңғы һүҙе. Теләһә ниндәй суд иҫбатлар!
Сания. Шул булыр инде һүҙең. Ғүмер буйы ҡағыҙ ҙа ҡағыҙ тотоп йөрөйһөң, уҡымышлы кеше имеш, староста. Кешесә һораһаң да бирер инем бит. Әҙеһәм үҙе яҙып ҡалдырғас ни, ал. Ҡапҡаны аса беләһеңдер.
Миҙхәт. Уныһын күптән астым инде. Ярай, бесәндән хәбәр көт (китә).
Сания урынынан тороп йыйыштырына башлай. Стеналағы радиоға ваҡыты менән ҡарап ҡуя. Дерелдәгән трактор тауышы ишетелә. Ишек шаҡып Әлиә килеп инә.
Әлиә. Иҫәнме, күрше? Әллә саҡ йоҡонан уянып тораһың?
Сания. Йәш саҡта күп эшләттеләр бит, йоҡоно ҡартайғас туйҙырырмын, ти инем. Бына, һүҙемдә торам.
Әлиә. Рәхәт һиңә, ә мин таң атҡас та уянып ҡуямын. Миҙхәте лә шул, йоҡоңдо бүлдермә тип сәғәт буйына трактор артынан ебәрмәй торҙом.
Сания. Бәй, Әҙеһәмдең васыятын һин дә белә инеңме?
Әлиә. Белмәй ни. Беҙҙә ултырғанда әйткәйне бит. Миҙхәте шунда уҡ ҡағыҙ, ручкаһын да сығарып ҡуйҙы. Талай тип уйлама, дөрөҫө шул.
Сания. Йомарт ине шул, Әҙеһәм. Өйҙәге булған байлыҡты ла иҫән сағында уҡ таратып бөттө. Техниканан, ана, бер радио ҡалды.
Әлиә. Уныһы ла боронғо күренә, үҙеңдекелер ул.
Сания (стенанан радионы ысҡындырып ҡулына ала). Минеке ине шул. Әҙеһәм уны әрменән алып ҡайтты. Ниндәйҙер бер ҡытайҙанмы, японданмы һорап алған. Радионы күргәс тә, иҫемә һин төштөң, ти.
Әлиә. Бер ҙә һиңә оҡшамағансы.
Сания. Бында исемем яҙылған (радионың бер яҙыуын Әлиәгә күрһәтә).
Әлиә (ҡысҡырып уҡый). Сони!
Сания. Эйе, японса Сания Сони була тине Әҙеһәм. Бергә йәшәй башлағас та өй түренә элде лә, мине шымдырып шуныһын тыңлап тик ятты. Йәнәһе лә, Сания һөйләй бит, Сания. Түшәккә ятҡанда ла ниндәйҙер бер ҡурҡыныс тапшырыу тыңлай ине. Әллә ниндәй табипты көтәләр инеме шул? Әҙеһәм дә уларға ҡушылып һаташып ятты. Хәҙер тыңлағым да килмәй, ҡарап ҡына ултырамын (кире стенаға элә).
Әлиә. Яратҡандыр һине, күрәһең. Әллә ҡайҙарҙа йөрөгәндә лә исемеңде күреп иҫкә алғас.
Сания. Ярата белә ине шул. (Ситтәрәк ултырған ҡумтанан бер кружка килтереп сығара). Бына, быныһын да городҡа барғанда ҡайҙандыр һатып алып ҡайтҡайны. Ҡартайған көнөндә лә исемемде күтәреп йөрөттө. Көрөшкәгә лә яһатҡан бит.
Әлиә (кружканы ҡулына алып уҡый). Сане! Ә ниңә Сане? Урыҫ исеме түгелме шул? Һүрәтендә лә ниндәйҙер машина.
Сания. Русса яҙылған бит. Станоктары башҡортса белмәй, тине. Көрөшкәгә лә дүрт кенә хәреф һыйған. Шуға ла Сание түгел, ә Сане тип кенә яҙҙыртып алған. Ә был машинаны ул миңә бүләк итәм тип хыялланды. Трактор алды. Уныһы ла ҡалманы...
Тәҙрәлә йәнә Миҙхәт күренә.
Миҙхәт. Иҫәнме, күршекәй?
Сания (тертләп китә). Бәй, Миҙхәт, нимә кәрәк тағы? Ҡатыныңды эҙләп килдеңме? Бында ул.
Әлиә. Юҡтыр, Миҙхәт Әҙеһәмдәй ярата белмәй ул. Саҡ ҡына алдында йөрөмәһәң, барлығыңды ла онотоп ҡуя. Көрөшкәгә исемеңде лә яҙҙыртмаҫ.
Миҙхәт. Былай ҙа исемеңде бер тауыҡҡа ҡуштым бит, етмәгәнме шуныһы?
Әлиә. Кит, әҙәм көлкөһө!
Миҙхәт. Өйҙә һөйләшербеҙ әле. Мин бында Санияға килдем. Эш буйынса.
Сания. Нимә булды һуң?
Миҙхәт. Белеүеңсә, Әҙеһәм минең яҡын дуҫ ине. Күп көндәрҙе бергә үткәрҙек. Уларҙың күбеһендә кәрт һуға инек...
Сания. Йә, шунан.
Миҙхәт. Шунан бер кистә икәүләшеп аҡсаға уйнағайныҡ. Әҙеһәм миңә ике һыйырын еңелде.
Сания. Нимә уйлап таптың тағы!? Ҡараҡ!
Миҙхәт. Ҡараҡ түгел, ә кәрт бурысы! Белгең килһә, кәрт бурысы – намыҫ бурысы. Бына, распискаһы ла бар (тағы бер бөкләнгән ҡағыҙ сығарып тоттора). Иҫән сағында алып өлгөрмәнем, үлеп ҡалғас, ҡайғың баҫылғанын көттөм.
Сания (ҡағыҙға күҙ йүгертеп сығып). Почергы шул, әммә миндә былай ҙа ике генә һыйыр бар. Улар китһә мин нисек йәшәрмен?
Миҙхәт. Уныһы тураһында борсолма! Яңғыҙ ҡатынды ташламаҫмын, нисәмә йыл күрше торабыҙ. Кис һайын килеп үҙеңә кәрәккәнсә һөт һауып алырһың. Мин бит киреһенсә, изге ниәттә был йомош менән килдем. Хәҙер яңғыҙың хужалыҡта нисек өлгөрөрһөң? Ҡышҡылыҡҡа һыйырға тип бесән әҙерләргә кәрәкмәй, аҙаҡ көрәк тотоп һарай көрәп тә йөрөмәҫһең. Һөт тураһында әйттем дә...
Әлиә. Ите менән дә бүлешербеҙ. Балаларың ас ҡалмаҫ...
Сания. Әллә мине таларға итәһегеҙ...
Миҙхәт. Ниндәй талау, ти!? Бөтөнләй ас-яланғас ҡалдырмайым бит. Бер өйөр һарығың бар! Үҙенә күрә бер бирнә! Кейәүгә сығам тиһәң, буш ҡул менән бармаҫһың.
Сания. Юҡты һөйләмә әле!
Миҙхәт. (Тәҙрә аша һуҙылып баяғы ҡағыҙын кире ала). Ә был документ, белгең килһә! Уның хаҡлығын теләһә ниндәй суд иҫбатлар!
Сания. Ҡарале уны! Суд тип, һөйләй башланы тағы. Һөт һауырға килгәндә ҡапҡаң бикле булһамы!?..
Миҙхәт (ҡыуанып). Кәртәнән тура ҡапҡа асам мин һиңә! Биҙрәләреңде әҙер тот (йүгереп китә).
Сания урындыҡҡа ултыра. Ауыр һулай. Эргәһенә Әлиә ултыра.
Әлиә. Борсолма, күрше. Миҙхәт шулай ул. Ниңә уның менән ҡауышҡанымды һаман да белмәйем. Һин ҡайғырма, малың торған урынын ғына алыштырыр. Былай үҙеңдеке булып ҡала ул.
Сания. Ниңә уның менән ҡауышҡаныңды мин беләм. Әҙеһәмде ҡарата алмағаныңа күршегә күстең һин.
Әлиә. Нимә һөйләйһең ул!? Мине көнсөл бисә тип әйтер итәһеңме?
Сания. Бәләкәй саҡта ҡолаҡ тешләткәндәрегеҙҙе бында килен булып төшкәс үк тә һөйләнеләр инде! Тик, ул мине һайланы. Ә байлыҡ йыйыуҙан башҡа нәмә белмәгән Миҙхәткә үҙ теләге менән кем барһын?
Әлиә. Белгең килһә, байлыҡ йыйыуҙың да ыңғай яғы бар. Һәр хәлдә һинең кеүек буш стеналағы радиоға ҡарап ултырмайым. Беҙҙә телевизор ҙа бар!
Сания. Милек йыйырһың да, ҡәбереңә алып китмәҫһең. Беҙ бит байлыҡ менән ҡуша ҡәбергә китергә боронғо хандар түгел. Ҡырҡ көн үтеүгә берәй күршең талап та ҡуйыр.
Әлиә. Үәт, яманһың бит әй! Мин уның хәлен белешергә килдем, ә ул әрләшергә маташа.
Сания. Әрләшерлек хәлем юҡ. Танышҡан саҡтағы Миҙхәтте иҫемә төшөрәм да, аптырап ҡалам. Беҙ бит бер педтехникумда уҡыныҡ. Шул саҡта Әҙеһәм менән дә танышҡайнылар. Бик ҡыҙыҡ тарих ул, берәй һөйләрмен.
Тәҙрәлә тағы Миҙхәт күренә. Был юлы аҡ күлдәк, ҡара пиджак кейгән.
Миҙхәт. Иҫәнмеһегеҙ, ҡыҙҙар!
Әлиә. Ҡарале уға! Ниндәй һабантуйға йыйындың?
Миҙхәт. Һабан туйы түгел, башҡа туй булырға тейеш әле. Сания, кил әле. (Сания тәҙрә яғына ыңғайлай). Әҙеһәм миңә кәрттә һине лә еңелде. Бына документ! Әгәр иртәрәк үлһәм, ҡырҡын уҡытҡас ҡатынымды ла ал. Яңғыҙ ҡалдырма тине.
Әлиә (ҡағыҙҙы тартып алып). Нимә-ә!? Бөтөнләй башың эшләмәй башланымы? Бер туған ҡатының тере саҡта...
Миҙхәт. Ә һин ҡыҫылмай тор! Мосолмандарҙа, әгәр хәлеңдән килһә, ике генә түгел, әллә күпме ҡатын алырға мөмкин. Ә хәҙер минең тракторым да бар, малым да ике башҡа күбәйҙе. Санияның һарығы ҡушылһа, үҙе бер ферма торошло. Урам араһындағы ҡойманы емерәм дә, ике өй, ике мунса була!
Сания. Тағы суд менән ҡурҡытмаҡсыһыңмы? Ил закунына ярашлы, бер ҡатындан артыҡ алырға ярамай. Бында ҡағыҙыңдың көсө юҡ!
Миҙхәт. Тауыш күтәрмә инде. Мин бит һиңә еңел булһын тип тырышам.
Әлиә (ҡулындағы ҡағыҙҙы асып уҡып). Туҡтале! Бында бит, үлһәм, ҡырҡ көндән Саниямды алырһың тип кенә яҙылған.
Миҙхәт. Беләм! Шуға килдем дә бит инде.
Әлиә (Стеналағы радионы ысҡындырып алып Миҙхәткә тоттора). Бына уның Санияһы!
Сания менән Әлиә икәүләп Миҙхәтте тәҙрә аша этеп-төртөп ҡыуып ебәрәләр ҙә урындыҡҡа ултыралар.
Әлиә. Ҡара һин уны, ҡарт ишәк! Әҙеһәмгә ныҡ көнләште. Шуға ла һәр саҡ уны таларға тырыша ине. Бына бит нисек, ҡатынына тиклем барып еткән. Үҙе эшкинһә бер хәл...
Сания (һаман аптыраштан өнһөҙ ултыра биреп). Ғаиләгеҙ һәр саҡ сәйер ине. Был тиклем үк тип уйламағайным да...
Әлиә. Минең ғәйеп бында юҡ, Сания. Ғәфү ит инде. Һыйырҙарыңды ла, тракторыңды ла ҡайтарттырырмын. Ул убырҙы тыңлата беләм мин.
Сания. Радионы ла онотма!
Әлиә. Уныһын да ҡайтарырбыҙ. Теләһәң, телевизорын да ҡушып бирәм.
Сания. Миңә кеше әйбере кәрәкмәй. Үҙ донъям менән дә ҡәнәғәтмен.
Тышта забор емергән трактор тауышы ишетелә. Был икәү тәҙрә аша баштарын сығарып ҡарай ҙа, ҡысҡыра-ҡысҡыра тышҡа йүгереп сығып китә (йәғни сәхнәнән). Миҙхәттең: “Сания барыбер минеке”, - тигән ҡысҡырғаны ишетелә. Ут һүнә.