Иҫке мөхәмәт ауылы тарихы.

РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫНЫҢ МӘҒАРИФ МИНИСТЫРЛЫҒЫ

ЮҒАРЫ БЕЛЕМ БИРЕҮ ФЕДЕРАЛЬ ДӘҮЛӘТ БЮДЖЕТ МӘҒАРИФ

УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ «М. АҠМУЛЛА ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ ПЕДАГОГИЯ УНИВЕРСИТЕТЫ»

 

Башҡорт филологияһы факультеты

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы

 

 

Диалектологик практика буйынса отчет

Ҡыйғы районы

 

Башҡарҙы:2 курс Ғәлимова В.А.

Тикшерҙе: өлкән уҡытыусы Куланчин А.Ю.

 

Өфө - 2020

Йөкмәтке

1. Ауыл тарихы.

2. Көнсығыш диалект тураһында дөйөм төшөнсә.

3. Әй һөйләше.

4. Иҫке Мөхәмәт ауылының шишмәләре һәм тауҙары.

5. Диалект телендә текстар.

 

 

Иҫке Мөхәмәт ауылы тарихы.

Әй берекмәләренең тарихы XIV-XV быуаттарға барып тоташа. Иҫке Мөхәмәт ауылы башҡорттары Әйле ырыуының Тырнаҡлы нәҫеленә инә,икенсе төрлө «Туғыҙ ауыл тырнаҡлы» тип тә йөрөтөлә.

Әйле ырыуының Тырнаҡлы олоҫо тип ҡабул ителгән батша ваҡыттарында. Әммә ҡайҙан килеп кергән бына был «Тырнаҡлы» тигән атама беҙҙең яҡтарға? Әйҙең яр буйҙарына ултырған башҡорт ауылдары бар, ғөмүмән башҡорттар гел генә ауылды йылға ярҙарына һалырға тырышҡандар. Бына беҙҙә инде Яуын, Шәрәк, Иҫке Мөхәмәт, Лағыр ( элек Үәскәй тип аталған), Ибрай, Йүкәле, Әнйәк, Яңы Мөхәмәт, бына барыһыла Әйҙең ярында ултырғандар. Шуларҙы тикшерһәк, шул ауылдарҙың еренә беҙҙең Әй йылғаһы гел генә һуҡтырып аға. Тимәк уның боҙҙары, һыуҙары, ярҙарҙы емерә, тырнай. Тырнаҡлы ырыуы тип аталғанбыҙҙыр инде, сөнки тап шул ауылдар эргәһенән Әй боролош яһай, әллә ауылдар нәҡ боролоштарҙың тышҡы яғында ултырғанға микән. Иғтибар итһәң, картанан ҡараһаң да ауылдар тик боролоштарҙың тышҡы яғында ултыра, ә уның эске яғында , мәҫәлән Лағыр ауылың туғайлыҡтары. Шуға беҙҙең яҡ башҡорттары тамғаларында тырнаҡ рәүешендә ҡуйғандар. Һуңынан мин шуның менән риза түгел, беҙҙең тамғабыҙҙы «ярым ай» тип йөрөткән булалар. Ярым булһа ул 1,5 булырға тейеш бит инде, ундай 1,5 ай юҡта. Шулай ярым ай берәй кем алып киткәндер ҙә, ә бын элекке ҡәбер таштарында ярты ай торған тамғалары бар. Тимәк ул ярты ай яңы айҙыр инде ул. Ә менә был туғыҙ ауыл «Тырнаҡлы» ға килһәк инде, туғыҙ ауыл «Тырнаҡлы» тигәндәр, сөнки Әйҙең ҡырҡа боролоштарында туғыҙ ауыл ултыра.


Ололар Мөхәмәт ауылының барлыҡҡа килеү легендаһын түбәндәгесә һөйләйҙәр:
Борон заманда бер оҫта һунарсы булған.Ул яҡын тирәләге урман – ҡырҙарҙы ҡыҙырып йөрөп йәнлек аулаған.Бер ваҡыт, ҡыш көнө, яраланған йәнлек артынан эйәреп, ул бик йыраҡ,беҙ йәшәгән ерҙәргә килеп сыҡҡан. Яҡын тирәлә ҡара урман урман менән ҡапланған тауҙар, улар араһында уйһыулыҡ, уйһыулыҡтан ҙур йылға ағып ята, күлдәре лә бик күп күренә. Бында һунарсылыҡ һәм малсылыҡ менән дә шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар күп. Һунарсыға был ер бик оҡшай һәм шунда килеп төпләнергә уйлай. Был һунарсының исеме Мөхәмәт була.
Ни өсөн Иҫке Мөхәмәт тип атала башлаған? Ауыл ҙурая барған. Кешеләр малдарҙы, ҡош-ҡорттарҙы күпләп аҫырай башлағандар. Йыл һайын халыҡтың күпләп ҡаҙ бәпкәләре сыҡҡан. Көҙ көнө, һунарға ваҡыт еткәс, күп кенә кешеләрҙең ҡаҙҙары юғалып ҡуйған. Кешеләр ҡаҙҙарын эҙләп Әй йылғаһы буйлап киткәндәр. Ибрай, Йүкәлекүл ауылы халыҡтарынан һораша-һораша барғандар. Шунан улар ул тирәләге иң бейек Тора тауы башына менеп ҡарарға булғандар.Тирә-яҡҡа ҡарайҙар, бөтә донъяны күргән һымаҡ тоялар. Был урын уларға бик оҡшай. Икенсе йылдың яҙына бер нисә ғаилә шул урынға күсеп ултыра.
Хәҙер ауылдың ҡасан барлыҡҡа килеүе тураһында фараз итеп ҡарайыҡ. Башҡортостан Үҙәк дәүләт архивындағы материалдарҙа күренеүенсә, 1816 йылдың сентябрь айында перепись үткәрелә. Шул документ буйынса 7 хужалыҡ. Шуларҙа 42 кеше (20 ир-егет, 22 ҡатын-ҡыҙ) йәшәгән икәне күрһәтелгән.
Шуларҙан сығып уйлаһаҡ, беҙҙең ауылға 18-се быуаттың 70-се йылдарында нигеҙ һалынған тип әйтергә була.

 

 

Көнсығыш диалект.

Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт ауылы көнсығыш диалектҡа ҡарай. Шулай уҡ Дыуан, Салауат, Мәсетле, Балаҡатай райондары ла был диалекта һөйләшә.

Фонетика өлкәһендә күплек ялғауҙары һәм л өнөнән башланған килеш аффикстары, ҡылым һәм сифат яһаусы ялғауҙар, һүҙҙең ниндәй өнгә бөтөүенә ҡарап, дүрт төрлө килә. Был ялғауҙар һуҙынҡыларҙан һуң л өнөнән башлана: мәҫәлән, күплек ялғауҙары һуҙыңҡыларҙан һуң - лар-ләр, бүтән осраҡтарҙа – тар-тәр, -дар-дәр, -ҙар-ҙәр формаһында ҡулланыла. Ошо үҙенсәлек әҙәби тел нормаһы итеп алынған: аттар, һыйырҙар, болондар, урмандар, ҡалалар. Исем, ҡылым һәм сифат яһаусыялғауҙарға миҫалдар: таштыҡ, утындыҡ, тауҙыҡ, балалыҡ, йырҙау, ямандау һ.б.

Һүҙ һәм ижек башында йыш ҡына й өнө урынына ж өнө ҡулланыла: жите ( әҙәби телдә ете), жейәү ( әҙәби телдә йәйәү) , жыйыу (әҙәби телдә йыйыу).

Көнсәғәш диалектта ялғау ҡушылғанда һүҙ аҙағындағы л өнөнөң төшөп ҡалыуы киңерәк урын ала. Был өн, мәҫәлән, ма киҫәксәһе алдынан да төшөп ҡалыусан: аманы ( әҙәби т. алманы) , һаған ( әҙәби т. һалған) , киһен ( әҙәби т. килһен).

Морфологик йәһәттән бүтән диалекттарҙа һирәк ҡулланылған - ҡаҡ/-кәк, -ғак/-гәк, -шыҡ/-шек, -маҡ/-мәк һүҙ яһаусы аффикстарҙың продуктив булыуы күҙәтелә: йарғаҡ «грязный» , ҡыйышҡаҡ «сильно загрязненный» , ҡатҡаҡ «твердый», ҡыҫҡаҡ «короткий».

Көнсығыш диалект бойороҡ һөйкәлешенең –ың/-ең формаһында боронғо вариантын актив ҡулланыу йәһәтенән дә бик үҙенсәлекле: барың, ҡайтың, килең, көтөң, төшөң. Әҙәби телдә был һүҙҙәрҙә бойороҡ һөйкәлеше барығыҙ, ҡайтығыҙ, килегеҙ, көтөгөҙ, төшөгөҙ формаһында ҡулланыла.

 

Башҡорт теленең көнсығыш диалекты 6 һөйләштән тора:

- Арғаяш (был һөйләш эсендә - ялан-ҡатай һөйләшсәһе)

- Асыуҙы һөйләше (Учалы райынына ҡарай)

- Ҡыҙыл һөйләш ( был һөйләш эсендә - Күбәләк һөйләшсәһе, ҡарағай – ҡыпсаҡ һәм бөрйән һөйләшсәләре)

- Мейәс

- Һалйот

- Әй һөйләше ( был һөйләш эсендә - дыуан-мәсетле, лағыр, лапаҫ һәм петрушка һөйләшсәләре инә.

 

Әй һөйләше.

Был һөйләш вәкилдәре тарихи-этнографик планда әйле, түбәләр, тырнаҡлы, мырҙалар, дыуан, ҡошсо, һарт ырыу-ҡәбилә төркөмдәренән тора. Әй һөйләшендә элегерәк (й) өнөн (ҙ) урынында бер – ике һүҙҙә ҡулланғандар: әҙәбисә «ҙур» диалект «йүр» , мәҫәлән, Йүрүҙән йур+Үҙән тигәндә барлыҡҡа килгән. (өй) өндәр ойошмаһында (ү) һуҙынҡыһына күсеүе: әҙәбисә «өйрәк» - диалект һүҙе «үрҙәк».

(ж) тартынҡыһын (й) урынында ҡулланыу: әҙәбисә «мәрйен» – диалек һүҙе «мәржен».